Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Декабрь 2023, 11:45

Машина асҡыстары тапшырылды

Юлдарығыҙ хәйерле булһын! - тип теләне республика Башлығы. 

Машина асҡыстары тапшырылдыМашина асҡыстары тапшырылды
Машина асҡыстары тапшырылды

Бөгөн, 23 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә 26 яңы автотранспорт асҡыстарын тапшырҙы. Был сара мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса республика советын үткәреүгә һәм яңыртылған Ҡурсаҡ театрын асыуға арналды. Театр бинаһы  “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә реконструкцияланды.

- Бөгөн беҙҙә мөһим сара – мәҙәниәт буйынса совет уҙғарабыҙ. Уның алдынан автомобилдәр тапшырырға ҡарар иттек. Быйыл беҙ яҡынса ярты миллиард һумға транспорт һатып алдыҡ. Был машиналар һәм автобустар беҙгә бик тә кәрәкле. Юлдарығыҙ хәйерле булһын! - тине Радий Хәбиров.

 Техниканың яңы партияһында 20 еңел автомобиль, ике “Газель” мәктәп микроавтобусы, туристик автобус бар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

 

Машина асҡыстары тапшырылды
Машина асҡыстары тапшырылды
Машина асҡыстары тапшырылды
Машина асҡыстары тапшырылды
Машина асҡыстары тапшырылды
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас