

Башҡорт һәм татар эстрадаһының иң матур һәм моңло пары Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллиндарҙың бәпәй көтөүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде. Яңы йыл алдынан Әлиә бер аҙ ауырып киткән. Был хаҡта ул үҙенең телеграм-каналында яҙған.
Йырсы хатта дуҫтары ойошторған байрамға ла бара алмаған.
"Табипҡа күренеп ҡайтҡандан һуң хәлем тағын да насарланды. Өс көн буйы температура булды, тик яттым. Кәңәштәр бирмәгеҙ миңә, зинһар өсөн. Ауырлы ваҡытта дауаланырға яраған бөтә ысулдарҙы ла ҡулландым. Был йүтәлдән рухи һәм физик яҡтан арыным.
Кисә һәм бөгөн хәлем еңеләйеп барған кеүек. Гел ятып ҡына тормайым, һәр хәлдә. Йүтәл элекке кеүек. Һеҙ мине юғалтмаҫ өсөн бәйләнешкә сыҡтым",- тип яҙған йырсы.
Әлиәгә беҙ тиҙерәк һауығып китеүен теләйбеҙ!
Фото: "Интертат"