Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Декабрь 2023, 05:00

Йәнтөйәген йәмләп йәшәй улар

Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында мөғжизәле Яңы йыл тантана итә. Йорттарында мең төҫтәрҙә төрлө уттар балҡый, йорт алды ысын әкиәт донъяһына әйләнгән.

Йәнтөйәген йәмләп йәшәй уларЙәнтөйәген йәмләп йәшәй улар
Йәнтөйәген йәмләп йәшәй улар

Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы үҙенең дәртле һәм уңған булыуы менән районда яҡшы таныш. Ауылдың уңған хужабикәләре әҙерләгән ҡорото күптән инде брендҡа әйләнгән. Берҙәм һәм дәртле ауыл халҡы Яңы йыл байрамына шул тиклем ихлас әҙерләнгән. Һәр йорт алды тиерлек ҡарҙан һәм боҙҙан төрлө фигуралар менән биҙәлгән, кистәрен йорттарын һәр төрлө төҫтәрҙә балҡый.

Бар тирә-яҡ һөттәй ап-аҡ,
Йым-йым итеп ҡар көлә:
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Ергә Яңы йыл килә!

Байрам менән!

Фото һәм видео: Һаҡмар-Наҙарғол ауылы клубы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас