Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Декабрь 2023, 19:40

Йәш таланттар байрам менән ҡотлай!

Яңы йылға аяҡ баҫырға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды, дуҫтар! Кәйеф күтәрерлек йыр-моң тыңлап, иртәгеҙҙе беҙҙең менән башлағыҙ! Хәйерле иртә барығыҙға ла! 

Был матур видеола Туймазы ҡалаһы балалар музыка мәктәбенең “Хазина” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлай.

Видеограф – Дамир Ибраһимов, баянсы – Илшат Мирзағәлиев. Видеояҙма Төмәнәк ауылы ял йортонда төшөрөлгән (уны гәзиттең төркөмөндә  - https://vk.com/gazetabashkortostan ҡарағыҙ).

Видео – Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмовтан: vk.com/ramzin1975

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас