Таланттарға бай төбәктә - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Туйсиндарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина, Радмир Туйсин һәм башҡа таланттарҙы берләштерә был ҙур, татыу ғаилә. Бөгөн Туйсиндарҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә моңло йырҙары менән тамашасыларҙы һөйөндөрә.
Яңы йыл байрамдарында Туйсиндар бик матур йырлы табын ойошторған. Уларҙың йырлы сәләмен һеҙ ҙә тыңлағыҙ, дуҫтар!
Фото: видеонан скриншот.
Видео: Рәмил Туйсин.