Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Ғинуар 2024, 15:00

Әнүәр Нурғәлиев: "Илай-илай яҙҙырҙым..."

Яҡыныбыҙҙың беҙҙе төрлө мәлдә ҡапыл ҡалдырып китәсәген белә инек.

Әнүәр Нурғәлиев: "Илай-илай яҙҙырҙым..."Әнүәр Нурғәлиев: "Илай-илай яҙҙырҙым..."
Әнүәр Нурғәлиев: "Илай-илай яҙҙырҙым..."

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең әсәһенә 1 ғинуарҙа 84 йәш булыр ине. Ошо айҡанлы артист үҙенең йыр яҙҙырыуы һәм шул саҡтағы кисерештәре менән уртаҡлашты.

– Хәйерле кистәр, дуҫтарым Һәр кешегә әсәй кеше ҡәҙерле, миңә ҡалһа, әсәйем һәр ваҡыт күҙ алдымда көләс йөҙө менән. 1 ғинуарҙа 84 йәш булыр ине.

Был йырҙы беҙ барлыҡ әсәйҙәргә бағышланыҡ. Әлбиттә, автор @oscar_usmanov, Сәғит абый Ғибәшев рөхсәте менән. Илай-илай яҙҙырҙым. Рәхмәт @maratmuhin Марат дуҫым, күп йырҙарымдың авторы.

Ҡәҙерләгеҙ, яратығыҙ, ҙурлағыҙ әсәйҙәрҙе, улар берәү генә, – тип уртаҡлаша артист социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Белеүебеҙсә, Әнүәр Нурғәлиевтең әсәһе ковид сире таралған саҡта вафат булып ҡалды. "Минең әсәйем коронавирустан вафат булманы. Эйе, унда был инфекцияны таптылар. Тик үлеменең рәсми сәбәбе - баш мейеһе ишемияһы. Ул атеросклероз менән сирләне, бөтә ерендә лә тромбтар булды. Яҡыныбыҙҙың беҙҙе төрлө мәлдә ҡапыл ҡалдырып китәсәген белә инек", - тип белдерегәйне артист.

Фото: ufa.kp.ru

Видеояҙма сығанағы: vk.com/anvarnurgaliev

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас