Һәр район халҡына хас ҡына халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары әҙерләнә, уларға дан йырлана, төрлө саралар үтә. Әбйәлил районында йыуаса бешереү, уны иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға тәҡдим итеү, һәр табында йыуасаның урын алыуы күптән инде матур йолаға әүерелгән. Районда үткән "Йыуаса-фест" байрамы хәҙер һәр ауылда тиерлек үткәрелә, унда һәр йорттоң иң уңған хужабикәләре үҙҙәре бешергән йыуасаларын алып сыға.
Хәмит ауылында ла ял көндәрендә "Йыуаса-фест" байрамы үткән. Был хаҡта ауыл клубы төркөмөндә хәбәр итәләр.
"Борон-борондан башҡорттар ҡунаҡ килһә лә, ашҡа саҡырһа ла, һуғым аштарына ла иң төп ризыҡ итеп йыуаса бешергәндәр. Ошо уңайҙан беҙ ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә, "Йыуаса-фест"үткәреп ебәрҙек. Байрамды асып ауыл биләмәһе башлығы Данил Сәях улы телмәр тотҡас, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ҡәҙриә Сабир ҡыҙы үҙенең моңло йырын бүләк итте. Һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәрҙә эҫе парҙарын бөркөп самауырҙарыла ҡайнаны. Һәр бер хужабикә үҙе белгән генә рецепт менән
йыуаса һәр төрлөһөнән бешереп алып сыҡҡан. Иң ололарҙан Шаһыбалова Әнисә инәй борҙатып ҡайнатып самауырын алып сығып, һәр бер уйында ихлас ҡына ҡатнашты. Рәмилә Исмәғил ҡыҙы иң беренсе ҡатын -ҡыҙҙар менән төрлө уйындар уйнатты, артабан балалар өсөн мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо. Һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Афарин ауылдаштар! Дәртле булайыҡ ,берҙәм булайыҡ! Киләһе осрашыуға Бәлеш байрамы үткәрергә, тип таралыштыҡ", - тип яҙғандар хәмиттәр.
"Бәлеш байрамы"ғыҙ ҙа күңелле үтһен!
Фото: Хәмит ауылы клубы