Ишембай районының Смаҡай ауылында ҡатын –ҡыҙҙар ойошмаһы бик күңелле итеп “Их, еләмен” тип исемләнгән саналар парадын уҙғарған.Сарала ҡатнашыусылар саналарҙы нисек кенә итеп биҙәмәгән! Уларҙың һәр береһенән яңы йыл кәйефе бөркөп тора. Байрамға килгән өлкәндәр, балалар уйындарҙа, викториналарҙа ҡатнашҡан, йомаҡтар сискән. Көйәнтә менән биҙрәләрҙә ҡар ташыу һәм башҡа ярыштар айырыуса йәнле үткән. Силәбе ҡалаһынан Мәҙәниәт институты студенттары ҡатнашыуы байрамды тағы ла байытҡан. Таҡмаҡтар әйтеп, бейеп күңелле ял иткән смаҡайҙар.
Фото: Фәүзиә Насирова архивынан.