Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Ғинуар 2024, 04:00

Йомшаҡ уйынсыҡтары күҙҙең яуын ала!

Ҡупшы уйынсыҡ килеп сыҡһын өсөн күпме ваҡыт, тырышлыҡ талап ителеүе генә түгел, ә уларға йөрәк йылыңды һәм күҙ нурыңды түгергә кәрәклеген был оҫта ханымдар үҙҙәре генә беләлер.

Йомшаҡ уйынсыҡтары күҙҙең яуын ала!Йомшаҡ уйынсыҡтары күҙҙең яуын ала!
Йомшаҡ уйынсыҡтары күҙҙең яуын ала!

Күңел йылыһы һалып бәйләгән йомшаҡ уйынсыҡтары һәр баланы үҙенә әсир итә, һоҡландыра. Хатта был йомшаҡ һәм күҙҙең яуын алыр уйынсыҡтар янынан ололар ҙа һоҡланмайынса үтә алмай. Кемдәр һуң был матурлыҡты тыуҙырған оҫта ҡуллы ханымдар?! Баҡтиһәң, Гүзәл Туҡаева менән Зифа Алламоратова әхирәттәр икән.

Зифа Сөләймән ҡыҙы ейәнсәре донъяға килгәс, уға үҙе бәйләп уйынсыҡтар бүләк иткеһе килә. Магазиндан һатып алынғандың сифаты кескәйҙәр өсөн зыянлы булыуы, экологик яҡтан таҙа булған материалдарҙан эшләнмәүе лә мөмкин тигән уй менән тәүге уйынсыҡтарын бәйләргә тотона. Икенсенән, бәйләнгән йомшаҡ уйынсыҡтар бысраһа, еңел йыуыла, туҙмай ҙа. Уңған ханым үҙе лә уларҙы нисек бәйләү хаҡында әленән-әле интернет аша оҫталыҡ дәрестәре алып тора. Үҙенең йөрәк йылыһын өләшеп, күҙ нурын түгеп бәйләгән уйынсыҡтарына заказ биреүселәр ҙә табылғас, тағы ла дәртләнеп эшкә тотона.

Әхирәтенең йомшаҡ уйынсыҡтар эшләүен күреп, Гүзәл Туҡаева ла ҡулына бәйләм тота. Әммә уның йомшаҡ уйынсыҡтары бер аҙ айырыла: оҫта уйынсыҡтарҙы мехлы пряжаларҙан бәйләй. Шуға күрә ике әхирәттең ҡул эштәре һис кенә бер–береһен ҡабатламай, ә киреһенсә бер–береһен тулыландыра ғына. Кемгәлер–төрлө сағыу ептәрҙән бәйләнгән ҡурсаҡтар, төрлө йәнлектәр оҡшаһа, икенселәр йомшаҡ мехлы уйынсыҡтарҙы үҙ итә. Бер–береһенә кәңәш биреп, белгәндәрен өйрәтеп, ҡайһы саҡта яңы уйынсыҡты нисек бәйләү серҙәре менән уртаҡлашаып алырға ла ваҡыт таба әхирәттәр.

Һуңғы ваҡытта Сибай ҡалаһында үткән ҡул эштәре йәрминкәләрендә уларҙың эштәрен йыш осратырға мөмкин.

Ҡупшы уйынсыҡ килеп сыҡһын өсөн күпме ваҡыт, тырышлыҡ талап ителеүе генә түгел, ә уларға йөрәк йылыңды һәм күҙ нурыңды түгергә кәрәклеген был оҫта ханымдар үҙҙәре генә беләлер. Шулай ҙа ҡул эштәренең, йомшаҡ уйынсыҡтарҙың һәр балаға йылмайыу һәм бәхет бүләк итеүенә бик шат улар.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас