+21 °С
Болотло
Ишембай районының Кинйәкәй ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ауылдаштары өсөн асыҡ һауала ярыштар ойошторҙо. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу командалары йәйәнән уҡ атыу, саңғыларҙа уҙышыу, арҡан тартыу һәм башҡа ярыштарҙа үҙҙәрен һынаны. Ярыш ныҡ ҡыҙыу барһа ла, ул ике яҡтың да еңеүе менән тамамланды. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла приздар таратылды.
Ауыл халҡына яҡшы кәйеф бүләк итте саф һауалағы ярыш.
Фото: ауыл хакимиәте архивынан.