Мәскәүҙә “Башҡортостандың йәнле традициялары” тип аталған халыҡ ижады аҙналығы асылды. Республикабыҙҙың милли мәҙәниәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән мәскәүҙәр 21 ғинуарға ҡәҙәр таныша ала. Аҙналыҡтың һәр көнө ниндәй ҙә булһа темаға бағышлана, мәҫәлән, беренсе көнө милли кейемгә арналды.
Халыҡ ижады аҙналығы моңло ҡурай көйҙәре, дәртле халыҡ бейеүе менән асылды, йыйылыусыларға байрам кәйефе өҫтәне. Сара көндәрендә Башҡортостандың милли кейем, ҡул эштәре оҫталарынан һабаҡтар алырға, милли кейемдең матурлығын күрергә, традицион музыка ҡоралдарының һоҡланғыс тауышын ишетергә мөмкин. Башҡортостан вәкилдәре янына килгән ҡунаҡтар башҡорт милли кейемендә иҫтәлеккә фотоға ла төшә ала.
Фотолар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.