Мәскәүҙәге күргәҙмәлә ҡуйылған Башҡортостан стендын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең ғәжәп һоҡланғыс элементы – ҡашмау биҙәй. Мәрйен, көмөш тәңкәләрҙән теҙелгән ҡиммәтле лә, ҡатмарлы ла милли кейем төрөн арт-объект рәүешендә эшләгәндәр.
Күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеп торған ҡашмау милли кейемдең матурлығын бар тулылығында аса, тиергә кәрәк. Ул 6х3 үлсәмендә эшләнгән, 45 метрлыҡ ҡыҙыл туҡыма менән ҡапланған.
Билдәле булыуынса, уникаль баш кейеменең төп биҙәге – сағыу ҡыҙыл төҫтәге диңгеҙ мәрйене. Арт-объектта уны 2500 шар ярҙамында кәүҙәләндергәндәр. Ҙур тәңкә, сулпыларҙы һынландырыр өсөн авторҙар һүрәт төшөрөүҙең махсус технологияһын ҡулланған.
Арт-объект космолетҡа ингән ерҙә ҡуйылған, был тарихи үткәндәр менән алға киткән хәҙерге замандың үҙ-ара бәйләнешен, ҡаҡшамаҫ берлеген раҫлап торғандай.
“Ҡашмау күргәҙмәгә килеүселәрҙең береһен дә битараф ҡадырмай. Халыҡ ижады аҙналығының беренсе көнөндә үк йөҙәрләгән һорау бирҙеләр. Арт-объекттың тәьҫир көсө ҙур, ул һәр килеүсенең күңелендә республикабыҙ тураһында йылы тәьҫораттар ҡалдыра”, – ти Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.