"Айыҡ ауыл-2023" бәйгеһе сиктәрендә, Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында данлыҡлы ҡурайсы, ошо ауылда ғүмҽр кисергән Дәүләтҡәлҽ Хәсәнов исҽмҽндәгҽ төбәк-ара ҡурайсылар бәйгҽһҽ үтте. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡурайсылары ҡатнашты.
Гран-приға Аҡъяр ауылынан Сибай сәнғәт колледжы студенты Буранбай Исҡужин лайыҡ булды.
Бәйгенең Әбеш ауылында үткәрелеүе осораҡлы хәл түгел, сөнки билдәле ҡурайсы, йыраусы Дәүләтҡәле Хәсәнов 1895 йылдың 15 июнендә хәҙерге Әбеш ауылында тыуған. Дәүләтҡәле Хәсәнов бала саҡтан уҡ ҡурай моңон, халыҡ йырҙарын тыңлап, күңеленә һеңдереп үҫә. Халыҡсан, моңло итеп ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, йылдан-йыл камиллаша, оҫтара барып, ауылдаштарының, халыҡтың иң яратҡан үҙенсәлекле ҡурайсыһына, йырсыһына, күптәрҙең остазына әүерелә.
Дәүләтҡәле Хәсәнов – Беренсе донья һуғышы ҡатнашыусыһы. Һуғыштан һуң, тормош иптәше менән бергә, Дәүләтҡәле Хәсәнов 13 сабыйға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың тик икәүһе генә оҙон ғүмерле була, ҡалғандары сабый саҡта уҡ вафат булалар. Бар ата-әсә наҙын, һөйөүен, иҫән ҡалған балалары: улдары Миңлеғәлегә, ҡыҙҙары Раҡыяға бирәләр. Үҙҙәре кеүек үк аҡыллы, сабырлы, егәрле, эшһөйәр балалар тәрбиәләүгә ирешәләр. Әле булһа ла, ейәне Хәсән, бүләһе Арыҫлан ҡартаталарының исемен оло ғорурлыҡ, һоҡланыу менән иҫкә алалар. Уларҙың ғаиләләрендә тик үҙ телебеҙҙә – башҡорт телендә аралашалар, башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын өйрәнәләр, ҡумбыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала уйнау серҙәренә төшөнәләр. Иҫ киткес, һоҡланғыс, күптәргә үрнәк булырлыҡ ғаилә!
Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.