Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Ғинуар 2024, 14:00

Мәскәүҙә "Урал батыр" яңғыраны

Биш йәшлек Эмир башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләне.

Мәскәүҙә "Урал батыр" яңғыраныМәскәүҙә "Урал батыр" яңғыраны
Мәскәүҙә "Урал батыр" яңғыраны

Өфө районының Михайловка ауылынан биш йәшлек Эмир Пайдем билдәле «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» ("Лучше всех") балалар телешоуында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Үҙенең сығышында ул «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләне. Өҙөктә геройҙың үгеҙ менән алышы хаҡында бәйән ителә.

Эмир әйтеүенсә, ул студияла бер ҙә тулҡынланмаған, алып барыусының һорауҙарына яуап биргән һәм хәҙер телевизорҙан күрһәтеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көткән.

- Беҙ әсәйем менән эпостарҙы һәм башҡа халыҡ әкиәттәрен уҡыныҡ, әммә "Урал батыр" миңә барыһынан да нығыраҡ оҡшай, һәм мин тапшырыуҙа үҙемдең яратҡан эпизодымды һөйләнем. Мәскәүҙә өләсәйем һәм олатайым менән бер аҙна буйына булдыҡ, бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр күрҙек, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эмир.

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ.

Мәскәүҙә "Урал батыр" яңғыраны
Мәскәүҙә "Урал батыр" яңғыраны
Мәскәүҙә "Урал батыр" яңғыраны
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас