Хөкүмәт Башлығы күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Рәсәй Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһын асып, Михаил Мишустин мәҙәниәттең тормоштағы айырым ролен:
– Йәмғиәт, халыҡтар өсөн был өлкәнең әһәмиәте ҙур. Ул үткән һәм хәҙерге замандың үҙ-ара бәйләнешен тойорға, киләсәк өсөн ныҡлы нигеҙ булдырырға, илебеҙҙең берҙәм рухи киңлеген тойорға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне.
Илебеҙҙең сәнғәт өлкәһендәге был юғары награданы быйыл 17 кеше алһа, еңеүселәр рәтендә VI Бөтә донъя фольклор фестивален уҙғарған өсөн фестивалдең ижади директоры Тамара Пуртова, фестиваль программаларының баш координаторы Андрей Беляев һәм фестивалдең художество етәксеһе, Башҡортостандың мәҙәниәт министры, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова ла бар.
Күренекле яҡташыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең мәҙәниәтен күтәреүгә арнаған фиҙакәр хеҙмәте менән ғорурланабыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премиялары 2005 йылдан алып йыл һайын тапшырыла һәм күләме өс миллион булған ете премия бирелә.
Фото: Рәсәй Мәҙәниәт министрының матбуғат хеҙмәтенән.