Милли китапханала “Әҙәбиәткә инеш. Текстология. Әҙәби тәнҡит” исемле түңәрәк өҫтәл уҙҙы, ул ғалим, филология фәндәре кандидаты, доцент, китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтовҡа арналды.
Алдынғы вуздар һәм фәнни-тикшеренеү институттары ғалимдары, яҙыусылар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар ғалимдың ватан тарихына индергән өлөшө, түңәрәк өҫтәлдең актуаллеге тураһында һөйләне.
БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, түңәрәк өҫтәлдең темаһы халҡыбыҙҙың бай рухи мәҙәниәтен танытыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын билдәләне, ысын күңелдән Флүр Шәрифулла улын ҡотланы һәм ғалим тормошон гуманитар фәнгә хеҙмәт итеүгә бағышлауын белдерҙе. Тәрән профессиональ белеме арҡаһында ғалимдың әҙәбиәткә инеш, төркиәтселек һәм көнсығышты өйрәнеү буйынса хеҙмәттәре академик мөхиттә киң билдәле.
Түңәрәк өҫтәл тураһында тулыһынса ошо һылтанма http://bashnl.ru/proekty/translyatsii/?ELEMENT_ID=30392 аша инеп танышырға мөмкин.