Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Января 2024, 04:30

Йырсылар вокал студияһы асҡан

Йыр дәрестәре алғыһыҙ килһә, рәхим итегеҙ! 

Йырсылар вокал студияһы асҡанЙырсылар вокал студияһы асҡан
Йырсылар вокал студияһы асҡан

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, талантлы йырсы Дамир Тайыпов ҡатыны Нәргизә менән Иглин районының Аҡбирҙе ауылында вокал студияһы асҡан. Ғаилә башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ҡыуанысы менән уртаҡлаша. 

«Был хаҡта күптән уйлап ҡуйғайныҡ, кешеләр ҙә вокал дәрестәре биреүҙе һораны. Көҙ айҙарында, ниһайәт, был эшкә тотонорға булдыҡ. Беҙҙең инде уҡыусыларыбыҙ ҙа байтаҡ йыйылды, концерттарҙа ҡатнашабыҙ. Халыҡ йырҙарын өйрәтәсәкбеҙ, эстраданы, шулай уҡ төрлө телдә йырлайбыҙ. Килегеҙ, барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ», - тип яҙған Дамир Тайыпов.

Нәргизә һәм Дамир Тайыповтар - башҡорт йыр-сәнғәтендә үҙҙәренең моңло, халыҡсан тауыштары менән тамашасыларҙы әсир иткән матур пар. Тайыповтар ғаиләһендә ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә.

Фото: Дамир Тайыповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 

Йырсылар вокал студияһы асҡан
Йырсылар вокал студияһы асҡан
Йырсылар вокал студияһы асҡан
Йырсылар вокал студияһы асҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас