Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Февраль 2024, 17:10

Өфөлә VK Fest үтәсәк!

Фестиваль июндә ойошторола.

Өфөлә VK Fest үтәсәк!Өфөлә VK Fest үтәсәк!
Өфөлә VK Fest үтәсәк!

VK Fest үҙ географияһын киңәйтә: быйыл унда Өфөлә йәшәүселәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары була аласаҡ. Сара Рәсәйҙең биш ҡалаһында – Өфөлә, Сириуста (Сочи), Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә һәм Красноярскиҙа үтә. Фестиваль тәүге тапҡыр ай ярым дауамында, 1 июндән 14 июлгә тиклем дауам итер тип көтөлә.

VK Fest 2024 программаһына эләгергә теләгән оҫталыҡ дәрестәре һәм төрлө активлыҡ ойоштороусылары vkfest.ru/anketa һылтанмаһы аша үтеп, 1 апрелгә тиклем ғариза ҡалдыра ала.

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас