Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Февраль 2024, 10:00

Йөрәге тулы моң уның!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берекмәһе солисы Ғаяз Ғәйетбаев Күгәрсен районы, Салауат һәм Өфө ҡалалары халҡына йөрәк түренән сыҡҡан йырҙарын тәҡдим итә. 

Йөрәге тулы моң уның!Йөрәге тулы моң уның!
Йөрәге тулы моң уның!

Ул йырға ғашиҡ. Уның йөрәге тулы йыр-моң. Сәнғәткә булған һөйөүенән ҡасып, көтөүсе лә булып ҡарай, тракторға ла ултыра, шахтаға ла төшә... Әммә ул ҡайҙа ғына йөрөмәһен, йөрәгенә тулған көй-моң, күңелен ҡанатландырған илһам ҡошо уны ташлап китергә уйламай. Һөҙөмтәлә, ул үҙ-үҙеңдән ҡасып булмауына, йыр-моңдан айырыла алмауына төшөнә.

Бына шундай ҡыҙыҡлы сценарийға ҡоролған“Йөрәк тулы йыр булғас” концерты. Был шәп тамашаның төп геройы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берекмәһе солисы Ғаяз Ғәйетбаев.

Яңғыҙ концертында Ғаяз йырлай ҙа, бейей ҙә, гармунда ла уйнай, тамашасыларҙы көлдөрә лә, хатта илата ла.

Ғаяз Ғиниәт улы Ғәйетбаев 1980 йылдың 28 ғинуарында Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Таланттар төбәге—Буранбайҙа ҙа бит сабыйҙар илап түгел, йырлап тыуа, тиҙәр. Йырлап тыуғас, йырлап йәшәйҙәр ҙә, йыр-моңон башҡаларға бүләк итәләр, дан ҡаҙаналар. Ғаяз да Сибай филармонияһында 2002 йылдан алып эшләй. Әле ул Сибай концерт-театр берекмәһенең алдынғы артист-вокалисы, солисы, 2021 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы маҡтаулы исемен йөрөтә. Ҡала, республика кимәлендәге күләмле мәҙәни сараларҙы алып барғаны, тел, милләт, рух һағындағы йәмәғәт эшмәкәрлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән баһаланған.

-Ғаяз Ғәйетбаев моңло тауышлы йырсы ғына түгел, оҫта актер ҙа, нәфис һүҙ оҫтаһы ла. Ул тамашасыларҙы халыҡсанлығы, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙәккә үтерлек, халҡыбыҙҙың аһ-зарҙарын ишетерлек, тойорлоҡ итеп башҡарыуы менән әсир итә,--ти уның хаҡында Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Арслан улы Нәбиуллин.

Йырсының үҙенә лә бер нисә һорау бирҙек.

-Бәләкәйҙән йырлайым. Ауылда уҙғарылған ниндәйҙер сарала "Кәркәле тауҙары"н йырлап торғанымды хәтерләйем, -ти йырсы.

-Ғаиләгеҙҙә һеҙҙән башҡа сәнғәт юлынан киткәндәр бармы?

-Беҙ ғаиләлә 5 бала, мин кинйә. Өлкән ағайым Әхиәт Ғинәт улы--Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы. Бер генә апайым бар, ул бик шәп хужабикә. Икенсе ағайым ауылда тора, һөнәре буйынса мал табибы. Йырларға ярата. Өсөнсө ағайым Сибай сәнғәт колледжында эшләй, әммә мәҙәниәт кешеһе түгел, физкультура уҡытыусыһы.

Атайым менән әсәйем мәрхүмдәр йырға маһир булды. Атайым гармунда ла, скрипкала ла, мандолинала ла уйнаны, бик матур йырланы. Әсәйемдең дә тауышы матур булды.

-Йырсыға ҡайҙа уҡынығыҙ?

-Күрше Сыңғыҙ мәктәбендә 11-се класты бөтөү менән Өфөгә юлландым, Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә өс ай уҡығас, әрмегә саҡыра башланылар. Хәрби комиссариат саҡырыуы менән баш ҡаланан Баймаҡҡа бер нисә ҡат ҡайтырға тура килде. Сәләмәтлегем торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тигәстәр, кире баш ҡалаға барманым, Сибайҙа тороп ҡалдым да Сибай сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә уҡыуымды дауам иттем. Камил Вәлиев класында 4 йыл уҡыным.

-Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?

-Тәүҙә Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләнем, унан Сибай филармонияһына килдем. Үрҙә әйтеүемсә, 2002 йылдан мин ошо коллективта.

-Репертуар һайлағанда ниндәй йырҙарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

- Халыҡ һәм ретро йырҙарға.

-Быйыл Ғаилә йылы тип нарыҡланды? Ғаиләгеҙ хаҡында әйтеп үтегеҙ?

-Ҡатыным Рәзилә Хөснулла ҡыҙы менән Сибай филармонияһында танышып, өйләнештек. Ул “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы булды. Балалар тыуғас, икебеҙгә лә гастролдә йөрөү ҡыйынға тура килде. Шуға ла ул Иҫке Сибай музыка мәктәбенә эшкә барҙы. Хәҙер инде оҙаҡ йылдар шунда эшләй, “Атайсал” өлгөлө балалар ансамблен етәкләй. Бик күп сығыш яһайҙар. Былтыр “Шайморатов вариҫтары” киң күләмле проект менән Президент фондынан мәҙәниәт инициативаларын үҫтереүгә грант алыуға өлгәштеләр. Аҡсаға музыка мәктәбенә милли кейемдәр, музыкаль инструменттар һатып алдылар.

Өс балаға атаймын. Өлкән улым Ғәзиз Баймаҡ яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Икенсе улым Исламетдин Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 5-се класта уҡый. Сәлимә ҡыҙыма 5 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Ҙур, күркәм йорт һалып индек.

 

Ғаяз Ғәйетбаев инде күптән ир-ҡорона инеп, Сибай ҡалаһында ныҡлы төпләнһә лә, тәүге һулыш алған, тәпәй баҫҡан мәлдәрен, вайымһыҙ бала сағын, тыуған яҡтарын, ата-әсәһе йәшәгән төп йортто, туғандарын, яҡындарын һағына.

“Йөрәк тулы йыр булғас” тип исемләнгән шәп концертында ла тап шул күңел түренән, йөрәгенән сыҡҡан йырҙарын аһәңләнеп, моңланып башҡара ла инде йырсы. 

Йырсы бөгөн, 7 февралдә - Күгәрсен районының Мораҡ ауылында, 8 февралдә - Салауат дәүләт башҡорт драма театрында, 9 февралдә Өфөнөң Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында концерт ҡуя. Программала уның башҡарыуында һеҙ яратҡан йырҙар һәм ижадташ дуҫтарының сығыштары буласаҡ!

Тамашаның сценарий авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошова.

Авторы - Гөлдәр ҠАДАЕВА. 
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас