Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2024, 04:00

Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы

Кемдәр өлөшөнә төштө һуң был һынау? 

Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙыБашҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы
Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы

...1238 йыл. Батый хандың татар-монгол ғәскәре рустарҙың Козельск ҡалаһын алмаҡсы була. Әммә ике ай эсендә ныҡ ҡаршылыҡҡа осрап, меңдәрсә һуғышсыһын юғалта. 

Режиссер Константин Буслов ошо хаҡта фильм төшөрә. Унда беҙҙең Башҡортостан артистары ла ҡатнашты. Былтыр ноябрь айында каскадер Роберт Йылҡыбаев, бейеүсе Урал Мортазин һәм башҡалар Тверь өлкәһенә съемкаларға барҙы.

Кино быйыл ноябрь-декабрь айҙарында күрһәтеләсәк. Тарихын тәфсирләп һөйләмәйенсә, премьерала осрашырбыҙ, дуҫтар!  

Фото: У. Мортазин, Р. Йылҡыбаев. 

Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы
Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы
Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы
Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы
Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы
Башҡорттар "Уҫал ҡала"ға барҙы
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас