-13 °С
Болотло
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы уңғандары кейеҙҙән төрлө әйберҙәр эшләй, оҫталыҡтары менән башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша.
Күптәр Вәзәмдә булып, кейеҙ эшенең нескәлектәренә төшөнә. Был шөғөл хатта егеттәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Вәзәм егеттәре Айбулат Байгилдин һәм Фирғәт Сурин кейеҙ башалтайҙар баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткән.
Афариндар, уңыштар егеттәргә лә, уларға яңы һөнәр өйрәтеүсе апайҙарына ла!
Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.