Бөтә яңылыҡтар

Элвин Грей ҡулһыҙ ҡалған Илназға бүләк эшләне

Малайҙы тағы ла етди операция көтә икән. 

Элвин Грей ҡулһыҙ ҡалған Илназға бүләк эшләне
Элвин Грей ҡулһыҙ ҡалған Илназға бүләк эшләне

12 йәшлек Илназ Дәүләтовтың тарихын республикала күптәр белә. Малай 10 йәшлек сағында футбол уйнап, яңылыш трансформаторға тотона һәм токка һуғыла. Һөҙөмтәлә, ул ике ҡулын да юғалта. Тик ул төшөнкөлөккә бирелмәй, ә яңы ысынбарлыҡ менән йәшәргә өйрәнә. Протездар эшләтә. Илназ күптән түгел Мәскәүҙә Сколково инновация үҙәгендә яңы киберҡулдар алғайны. Улар ярҙамында малай әйберҙәр тота, уларҙы урынын күсерә, яҙа һәм һүрәт төшөрә ала.

Ошо көндәрҙә ул үҙенең кумиры Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) менән танышҡан. Илназ ата-әсәһе менән Туймазы ҡалаһында яҡташыбыҙҙың концертына бара һәм уға сәскә гөлләмәһе бүләк итә.

– Мин электән һеҙҙең менән танышҡым килә ине. Һеҙгә уңыштар, бәхет, ижади үрҙәр теләйем. Бер ҡасан да бирешмәгеҙ, гел алға барығыҙ, – ти кумирына малай.

Элвин Грей Илназға уңыштар теләне, сөнки ошо көндәрҙә уның ҡулдарына етди операция көтөлә.

“Һин спорт менән шөғөлләнәһең, мәктәптә шәп уҡыйһың, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгәнһең. Тормошта төрлө хәлдәр була, ә һин һынманың, афарин! Һәр саҡ ошолай ҡаһарман булып ҡал, күптәргә өлгө бул. Ата-әсәйеңә рәхмәт”, – тине йырсы.

Радик уға шәхси автографы менән үҙе тураһындағы китапты бүләк иткән.

Фото: Зөлфиә Дәүләтова.

 

Элвин Грей ҡулһыҙ ҡалған Илназға бүләк эшләне
Элвин Грей ҡулһыҙ ҡалған Илназға бүләк эшләне
Элвин Грей ҡулһыҙ ҡалған Илназға бүләк эшләне
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: