“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрҙә ойошторолған “Өлгөлө атай” конкурсында Миәкә районының Сатай ауылынан Рәлиф Насиров ҡатнаша. Ул Мәнәүезтамаҡ ауылы клубында музыка түңәрәге етәксеһе булып эшләй. Ҡатыны Гөлсәсәк Әнүәр ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Бер улдары махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Рәлиф Рәшит улы 1968 йылдың 29 мартында йәмле Дим буйында урынлашҡан Миәкә районының Сатай ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, 1986 - 1988 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итә.
Армиянан ҡайтҡас, нефтселәр ойошмаһына шофер булып эшкә урынлаша. 1990 йылда Гөлсәсәк Әнүәр ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Улар биш балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биргән. Атай нигеҙен һаҡлап, әсәләре менән 34 йыл бергә ғүмер итәләр.
– Әсәйебеҙгә - 86 йәш, икенсе төркөм инвалиды. Балаларҙың өсәүһе башлы-күҙле инде. Ике кесе ҡыҙҙарыбыҙ Өфөлә уҡып йөрөй: береһе – юрист, икенсеһе, әсәһенең юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайланы. Өлкән улыбыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының филиалы – Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамланы. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул өйләнгән, өс ейәнебеҙ бар. Икенсе улыбыҙ Зәлиф, Өфө урман хужалығы техникумын тамамлап, шул юҫыҡта эшләй. Улар ҙа киленебеҙ менән ике бала үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙыбыҙ Мәскәүҙә белем алды, хәҙерге ваҡытта кейәүҙә, ике бала әсәһе. Ә инде хеҙмәт юлына килгәндә хәләл ефетем менән икебеҙ ҙә мәҙәниәт өлкәһендә эшләйбеҙ. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, халыҡ йолаларын һаҡлауҙа, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индерәбеҙ. Ғаиләбеҙ менән район, ауыл кимәлендә үткән барлыҡ сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Ә инде үҙебеҙ ойошоторған фольклор төркөмдәре менән Башҡортостаныбыҙҙың бик күп райондарында сығыш яһап, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек, – тип һөйләне Рәлиф Рәшит улы.
Насировтар - ауылдағы өлгөлө, тырыш ғаиләләрҙең береһе.
– Үҙебеҙсә, ауыл ере булғас, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт, умарта тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Рәлиф, ғаилә башлығы, бик күп йылдар ауыл советында депутат булып тора. Ауыл халҡы нимә булһа ла, күҙ терәп уға килә. Ул һәр ваҡыт килгән кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Атай булараҡ ул балаларына төплө кәңәш бирә белә, һәр саҡ ғаиләһендә тотҡа булып тора. Атайлы бала - арҡалы бала, тиҙәр халыҡта, был ысынбарлыҡта шулай. Атай булғас, балалар ныҡлы терәк-таянысты тойоп йәшәйҙәр. Шулай булғас, ошондай өлгөлө һәм таяныслы атайҙар күберәк булһын ине, – ти Гөлсәсәк Әнүәр ҡыҙы.
Ысынлап та, тулы ғаиләлә ата-әсә наҙын тойоп йәшәгәндә генә бала үҙен бәхетле тоя. Насировтар ғаиләһе ошо йәһәттән өлгө булып тора.
Фото: Рәлиф Насировтың ғаилә альбомынан.