Был шиғыр юлдарын кем генә белмәй! Быйыл танылған шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуын билдәләйәсәкбеҙ, тип яҙа “Аургазинский вестник” гәзите.
Өфө скульпторы Илдус Закиров социаль селтәрҙә шағир Рәшит Назаровтың бюсын эшләп бөтөүе тураһында хәбәр иткән. Буласаҡ скульптураның эскиздарын район хакимиәте ултырышында башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, йәмәғәтселәр һәм шағирҙың туғандары ҡатнашлығында ҡарағандар һәм раҫлағандар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың көҙөндә Талбазы башҡорт гимназияһына танылған шағирыбыҙҙың исеме бирелде.
Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров (1944-2006) – беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ, танылған шағир, Салауат Юлаев исеменләге дәүләт премияһы лауреаты, 18 йәшендә үк башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле күренеш булып танылған шәхес.
Фото: https://vk.com/aur_vesti