Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Февраль 2024, 11:00

Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була

Өфөлә Ғәрәп мәҙәниәте үҙәге асылды. Ул Кәрим Хәкимов исемен йөрөтә.

Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә булаБеҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була

Үткән аҙнала Өфө дәүләт нефть техник университетында иҫтәлекле ваҡиға булды: бында Кәрим Хәкимов исемендәге Ғәрәп мәҙәниәте үҙәге асылды. Идея авторҙары – юғары уҡыу йортоноң Шәрҡиәт мәктәбе һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, тарих һәм шәрҡиәт кафедраһы.

Үҙәктә ғәрәп теле буйынса дәрестәр, оҫталыҡ һабаҡтары үткәреү, Өфөләге, республикабыҙҙағы ғәрәп мәҙәниәте белгестәренең конференцияларын, ғилми семинарҙарын ойоштороу ҡарала. Бында студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар һәм шулай уҡ ғәрәп мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн уңайлы ижади мөхит тыуҙырылған.

Үҙәк – билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың исемен мәңгеләштереүҙә мөһим аҙым. Рәсәй Тарих йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе советы рәйесе, Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов һүҙҙәре менән әйткәндә, республикабыҙ халҡы өсөн ғәрәп теле ят түгел. Уны борон да өйрәнгәндәр, ә бөгөн уны йәш белгестәр, буласаҡ дипломаттар өйрәнә.

“Кәрим Хәкимовтың мираҫы республикала, унан ситтә лә таныш. Дипломаттың тыуған ере Бишбүләктә музей бар, университеттарҙа ла уның хеҙмәттәрен өйрәнәләр. Хәҙер был үҙәкте нәфис әҙәбиәт, фәнни хеҙмәт һәм әҙәбиәт менән тулыландырыу мөһим”, – ти ул.

Ғәрәп мәҙәниәте үҙәге Башҡортостанды, шулай уҡ нефть университетын таныулыраҡ итеүгә, Рәсәйҙәге ғәрәп мәҙәниәте, теле бегестәрен йәлеп итеүгә, шәрҡиәт меннә ҡыҙыҡһынған йәштәрҙе ылыҡтырыуға булышлыҡ итер, тип инана ойоштороусылар.

Мәғлүмәт, фотолар: Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Беҙҙә хәҙер ғәрәп телен өйрәнергә була
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас