Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Февраль 2024, 12:00

"Тәңкәле ҡыҙ" конкурсы башҡорт ҡыҙҙарын йыйҙы

Уларға конкурс символы – сулпы тапшырылды.

"Тәңкәле ҡыҙ" конкурсы башҡорт ҡыҙҙарын йыйҙы"Тәңкәле ҡыҙ" конкурсы башҡорт ҡыҙҙарын йыйҙы
"Тәңкәле ҡыҙ" конкурсы башҡорт ҡыҙҙарын йыйҙы

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының сираттағы төбәк этабы үтте. Унда Күсей, Төркмән, Әхмәр, Йәнйегет, Октябрь, Ишмөхәмәт, Байыш, Урғаҙа, Иҫке Сибай һәм Кәрешкә китапханасылары әҙерләгән ҡыҙҙар тапҡырлыҡта һәм саялыҡта үҙ-ара көс һынашты.

Таныштырыу турында конкурсанттар йыр-бейеүгә һәм нәфис һүҙгә маһирлыҡтарын сағылдырҙы, “Һорауҙарға яуаптар” өлөшөндә халыҡ яҙыусыһының ижады буйынса белемдәрен барланы, сәхнәләштереүҙә яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәрҙе яттан һөйләне. Шулай ҙа сараның иң күркәм һәм тантаналы өлөшө дефиле булды: һылыулыҡтарын да, саялыҡтарын да, нәзәкәтлелектәрен дә улар милли кейем элементтары һәм хәрәкәттәр аша еткерергә тырышты.

Ғөмүмән, сара ауылдарҙа матур холоҡло, тыйнаҡ, аҡыллы, ә иң мөһиме, рухлы ҡыҙҙар үҫеп килеүен күрһәтте. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Розалия Аҫылғужина яуланы, 2-се урында – Аделина Ҡарабаева (Йәнйегет), 3-сө урында – Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова (Урғаҙа). Нурия Фәйзуллина (Күсей) – “Өмөт”, Зөлфиә Ихсанова (Төркмән) – “Рухлы һылыу”, Самира Шөғөрова (Әхмәр) – “Нәфислек”, Ынйы Тимербулатова (Октябрь) – “Сәхнә оҫтаһы”, Илзинә Арыҫланова (Ишмөхәмәт) – “Наҙлыҡай”, Айзилә Абдуллина (Байыш) – “Нәзәкәтле”, Гөлназ Ҡаһарманова (Кәрешкә) “Гүзәллек” номинацияларында еңеүсе тип табылды. Һәр ҡатнашыусыға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының символы – сулпы тапшырылды.

“Яҙгөл” халыҡ йыр-фольклор ансамбленең йыры, Наилә Моталлапованың шиғыры, Айлина Уралбаеваның бейеүе, сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылары сығыштары сараға йәм өҫтәне.

Әйткәндәй, был сара йыл һайын Баймаҡ район үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелә.

Фото һәм сығанаҡ: "Читающий Баймаҡ" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас