Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль 2024, 11:00

"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа – күптән көтөлгән премьера!  

"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға
"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың киң билдәле “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһы буйынса ҡуйылған спектакль М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә сыға. Был кистә “Бөйрәкәй”ҙең беренсе өлөшө ҡуйыла, ә март айында ике өлөштән торған сәхнә әҫәре тәҡдим ителә.

Беренселәрҙән булып “Бөйрәкәй”ҙе уҙған йылдың аҙағында уҡ яҙыусының яҡташтары – Баймаҡ халҡы күрҙе. Әҙибә “Ашҡаҙар” радиоһында спектаклде тәүге күреүҙән алған тәьҫораттары менән бүлешкәндә: “Премьераның тыуған яғымда үтеүенә бик шатландым. Әлбиттә, тамашасы булып, тыныс ҡына ҡарап ултыра алманым – актерҙарҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ, һәр ым-хәрәкәт, һәр күренеш өсөн борсолдом. Тамашасыларҙың нисек ҡабул иткәнен күргәс, күңелем йылынды”, – тине.

Театр бындай алымды йолаға әйләндереп бара, тиергә мөмкин: әйтәйек, яңы “Ҡыҙыл паша” спектаклен иң тәүҙә төп геройҙың – билдәле башҡорт совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуған төйәге булған Бишбүләк ерендә ҡуйғайнылар.

Әҫәрҙе театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,  Салауат Юлаев премияһы лауреаты Айрат Абушахманов сәхнәләштерҙе, әйткәндәй, инсценировка өҫтөндә лә ул Ангиза Ишбулдина менән берлектә эшләне. Рәссамы – Рәсәйҙең “Алтын битлек” милли театраль премияһы (“Золотая маска”) лауреаты Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореограф – Алина Мостаева, яҡтылыҡ рәссамы – Илшат Сәйәхов.

“Башдрам”дарға баш ҡалабыҙҙағы премьераның да уңышлы үтеүен теләйбеҙ!

Фотолар – Башҡорт дәүләт академия драма театрынан.

"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға
"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға
"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға
"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға
"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға
"Бөйрәкәй" сәхнәгә сыға
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас