

“Мин был ерҙе матурларға тыуҙым
Һәм күрергә тыуҙым
Гүзәллектең күккә үрләүен...” –
тигән шиғри юлдарҙы ишетеү менән уны ижад иткән талант эйәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, оҫта драматург Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевтың яҡты образы күҙ алдына килеп баҫа. Ә уның “Ҡара икмәк” шиғыры күңелгә үтеп инеп, замандың ҡатмарлы һорауҙарына яуап эҙләгән шағирҙың уйланыусан, һыҙланыусан шәхес булыуын аса.
Йылы лирикалы, яғымлы, һәр кемгә аңлайышлы юморға бай шиғриәте халыҡ йөрәгендә ҙур урын алды, сөнки ул - ер ҡәҙерен белгән, яҡташтарының хеҙмәтен юғары баһалай алған шағир:
Шул тупраҡтан тыуған малайҙар беҙ,
Кендегебеҙ шуға йәбешкән.
Айырмабыҙ булһа, саҡ ҡыналыр
Шул тупраҡта тыуған арыштан.
Халыҡ шағиры исемен лайыҡлы йөрөткән, әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхес, Башҡортостан халҡының күренекле улы Әнғәм Атнабаевтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәл асыу байрамына республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар, шиғриәт һөйөүселәр, яҡташтары һәм, әлбиттә, туғандары йыйылды.
Тәбиғәткә, шиғриәткә ғашиҡ, йыр-моңға бай тәтешлеләр был көндө көтөп алды. Яҡташтарҙың шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Рафаил улы Ниғәмәтйәнов, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Рәшит улы Ғайсин, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин етәкселегендәге бер төркөм артистар, Бөтә донъя татар конгресының Башҡортстандағы вәкиле Альфред Әмир улы Дәүләтшин һәм бик күп ҡәләмдәштәре, дуҫтары килгәйне.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Айнур Ҡыямов башҡарыуында башҡорт халҡының милли гимны “Урал” яңғырау менән халыҡ асыласаҡ һәйкәл янына эркелде. Тантананы алып барыу яуаплылығын иңенә алған район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Гөлзада Салауат ҡыҙы Харисова мәртәбәле ҡунаҡтарҙы – Элвира Ринат ҡыҙын, Фәнүр Рәфис улын һәм шағирҙың бер туған ҡустыһы, 92 йәшлек Мәғдән Ҡасим улын һәйкәлде асыу өсөн түргә саҡырҙы.
Эскәмйәлә һағышланыпмы, яңы шиғри юлдарын ижад итепме тәрән уйға сумған шағир образы барыбыҙға ла яҡын кеүек. Халыҡ скульптураны яратып ҡабул итте. Ҙур китапхана эргәһенә шағирға ҡуйылған һәйкәл китап уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итеп, Әнғәм Ҡасим улы хаҡындағы яҡты иҫтәлектәрҙе һаҡлап, киләсәк быуындарға еткерер тип ышанабыҙ.
Тәтешлеләр оло эште еренә еткереп башҡарыуға тырышлыҡ һалған район хакимиәте башлығы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламовҡа, һәйкәлде ҡуйыуға илһамландырған меценат, шағирҙың яҡташы, “Мегабит” ойошмаһы директоры Камил Нәби улы Ибәтуллинға рәхмәт әйтә. Был эшлекле етәкселәрҙең икеһе лә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм арттырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Шуныһы үкенескә ҡалды, һәйкәлде ҙур һөйөү һәм тәрән фекер йөрөтөп, еренә еткереп эшләгән скульптор Хәлит Хәлим улы Ғәлиуллин матур сараға килә алманы, халыҡ уны бик көткәйне. Тәтешлеләр оҫтаға ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләй.
Динә Арыҫланова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.