Күңелдәге моң

Бөгөн - Бөтөн донъя яҙыусылар көнө. Ошо уңайҙан танылған ҡәләм оҫтаһы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовтың "Күңелдәге моң" тигән яҙмаһынан күңел түрендә илһам ҡошо йөрөтөүселәр тураһындағы өҙөктө килтереп китәйек. Әҙиптең яҙыусылыҡ тураһындағы фекерҙәре үҙенсәлекле, фәһемле. Шуға ла улар әҙәбиәт һөйөүселәргә лә ҡыҙыҡлы булыр, моғайын. 

Күңелдәге моңКүңелдәге моң
Күңелдәге моң

Һүҙем иң әүәл яҙыусылыҡ хаҡында, сөнки ул - йәшәү мәғәнәм, маңлайыма яҙылған яҙмыш, уны ситләтеп үтеү, һыпырып ырғытыу мөмкин түгел. Хәйер, ниңә һыпырып ырғытырға, әгәр шул килештә, шул шөғөлдә ҡалмаһам, моғайын да тереклек итеүҙән, йәшәүҙән туҡтап, барыр тарафтарымда аҙашыр инем.


Яңыраҡ әҙәби осрашыу мәлендә бер егет бер ҡатлыраҡ һорау бирҙе: “Нисегерәк яҙыусы булып китергә, өйрәтегеҙ әле?”

“Яҙыусы булып китеү өсөн күңелдә һәр саҡ моң йөрөтөргә кәрәк, - тип яуапланым. – Әгәр йәнеңдәге ана шул нескә моң булмышыңды ҡуҙғытып өҙлөкһөҙ һыҙылып тормай икән, уртаҡул яҙыусы исемен йөрөтөү ихтималлығың бар, әммә ысын яҙыусы булып китеп булмай.” “Ә ниндәйерәк моң икән һуң ул?” - теге егет ҡуйырҙан-ҡуймай. “Бәлки, ул әсәйеңдең бишек йырылыр, бәлки, ул тыуған тәбиғәтеңдең шаулауы, ҡоштар һайрауылыр, бәлки, ҡыҙмасараҡ ҡунаҡтарыңдың ҡарлыҡҡан тауыш менән мәжлес йырын һуҙыуылыр, бәлки, ябай ғына таҡмаҡтыр, белмәйем, иллә ул моң күңелеңдә туҡтауһыҙ яңғырап торһон!”

“Моң, тинегеҙ, өҫтәп тағы нимә кәрәк?”

“Тыңлағыҙ! Тыңламағанға һалышығыҙ, әммә донъя шауын, кешеләрҙең һөйләшеүен тыңлағыҙ. Яҙыусы, һөйләүҙән бигерәк, тыңлай, һәм тыңлағанын ҡағыҙға төшөрә!”

Ҡала ерендә үҫкән, баҙар, алыш-биреш шарттарында тәрбиәләнгән егет мине аңлап етмәне шикелле, битараф ҡиәфәттә ситкә ҡайырылды.
Ошо ерҙә дуҫым, бейеүҙәр оҫтаһы Йәүҙәт Бикбирҙиндең әйтеп ҡалдырғаны бар. Бер көн әңгәмә мәлендә ул әйтә ҡуйғайны: “Миңә бейеүҙәр һалыу ҡыйын түгел ул, төшөмдә бейегәнде өндә һынландырырға ғына ҡала!” Тимә, Йәүҙәт күңелендә бейеп китерлек моң йөрөткән...(...)

Шулай итеп, күңелдәрендә илаһи моң йөрөткән, яҙыусы танытмалары булмай тороп та халыҡ уны ысын халыҡ яҙыусыһы итеп ҡабул иткән, ерҙең ҡояшлы яғында йәшәгән (ерҙең ҡояшлы яғы хаҡындағы һүҙҙәр - Мостай Кәримдеке) бар ҡәләмдәштәремде халыҡ-ара яҙыусылар көнө менән ҡотлайым. Бүләкләүҙәр ҡабул итеү, дәрәжәләр алыуҙы күҙ уңында тотмай, тиңдәшһеҙ әҫәрҙәрегеҙ менән яңынан-яңы ижади үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем! Ни тиклем генә бер ҡатлы ишетелһә лә, һәр яҙыусы үҙенән һуң тик бер әҫәр яҙып ҡалдырыу өсөн тыуа (Пушкин – “Евгений Онегин”, Булгаков – “Мастер и Маргарита”, Шолохов – “Тихий Дон”, Зәйнәб Биишева – “Кәмһетелгәндәр”, Яңыбай Хамматов – “Бөртөкләп йыйыла алтын”, Һәҙиә Дәүләтшина – “Ырғыҙ”, иҫәпләй китһәң. күп инде улар...), ана шул әҫәрегеҙҙе әҙәбиәтебеҙҙә ҡалдырырға ашығығыҙ, сөнки иртәгә һуң булып ҡуйыуы бар. (...)

Күңелдә моң йөрөтөүҙе бары ижад кешеләренә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ үк булмаҫ, ул һәр кешенең күңелендә, йәнендә сыңлап торһон. Билдәле, моң булған ерҙә насарлыҡҡа, хаслыҡҡа, аламалыҡҡа, гонаһҡа урын булмай!

Яҙма авторы - Хәйҙәр ТАПАҠОВ. Фотоһы - авторҙың шәхси сәхифәһенән.

Иллюстрация өсөн фотоколлаж - Мәҙәниәт министрлығының рәсми төркөмөнән (2023). 

Күңелдәге моң
Күңелдәге моң
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас