Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың

Әле ул “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙә ойошторған “Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында ҡатнаша

Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһыңУның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың

Рәзилә Фәтих ҡыҙы 1964 йылда Күгәрсен районының Бекес ауылында тыуып үҫкән. Хеҙмәт юлын Теләүембәт ауылында башлай – 23-сө Теләүембәт ауыл филиалы мөдире булып эшләй. 1986 – 1997 йылдарҙа Мәләүез район мәҙәниәт йортонда методист була. 1998 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлағас, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге ҡала китапханаһында башҡорт әҙәбиәте менән эшләү буйынса төп китапханасы булып хеҙмәт юлын дауам итә.

Рәзилә Фәтих ҡыҙының тыуған яғына, шиғри ижадҡа һөйөүе 2005 йылда китапханала “Илһам шишмәләре” шиғри клубын асыуға булышлыҡ итә, ул бөгөнгө көнгә тиклем әүҙем ижади эшмәкәрлек алып бара. Ул “Алтын көҙ” шиғри йыйынтығының авторы. 2011 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткәрелгән “Илһам шишмәләре” республика шиғри фестивалендә “Шағир һәм ваҡыт” номинацияһында лауреаты була.

2011 йылда Рәзилә Ҡотлогилдина етәкселегендә “Ағинәй” клубы бөтә эшмәкәрлеген тыуған яҡҡа һөйөү, патриотизмды тәрбиәләүгә, үҫеп килгән быуында үҙ халҡының традицияларын хөрмәт итеүгә йүнәлтә. Шулай уҡ уның тәҡдиме менән 2019 йылда китапхана фасадына сәсән Мөхәмәтша Буранғоловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Рәзилә Фәтих ҡыҙы китапханала эшләгән йылдарында ул үҙен ижади, инициативалы, үҙ эшен белгән һәм яратҡан белгес итеп күрһәтә. Ул Мәләүез ҡалаһының йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Күп йылдар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәләүез бүлексәһе башҡарма комитеты, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып тора.

2019 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты исеменә лайыҡ була. 2021 йылда башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һәм рухиәтте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем һәм күп йыллыҡ эше өсөн Башҡорт ҡоролтайының юғары наградаһына “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ була. 2022 йылда “Уҡы – 365” уҡыу һәм белем фестиваль – марафоны” проекты сиктәрендә уҡыған китаптар буйынса ҡыҫҡа рецензиялар конкурсында I урынды яулай, “Башҡорт телендә проза” номинацияһында “Ҡәләм һынап ҡарау” республика яңы шағирҙар конкурсында – II дәрәжә, “Аҡмулла уҡыуҙары” республика конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ була.

2023 йылда китапхана Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантын яулай, әлеге ваҡытта “Мөхәмәтша Буранғолов исеме менән” проекты тормошҡа ашырыла. Рәзилә Фәтих ҡыҙы был проектта әүҙем ҡатнаша. Һис шикһеҙ, ул үҙенең профессиональ һәм ижади эшмәкәрлеге менән Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙең дөйөм эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Уның ижади потенциалы, тыуған яғына һөйөүе уны артабанғы эшендә лә оҙатып барасаҡ һәм яңы ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә килтерәсәк.

Әле “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙә ойошторған “Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында Мәләүез ҡалаһынан Рәзилә Ҡотлоғилдина ҡатнаша. Шулай уҡ ул гәзит-журналдарҙы таратыуға ла тос өлөш индерә. Ғөмүмән, Рәзилә Фәтих ҡыҙы бөтә ергә лә етешә, уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың.

Фото: Рәзилә Ҡотлогилдинаның ғаилә архивынан.

Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Уның өлгөрлөгөнә хайран ҡалаһың
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас