"Төрлө милләттән булһаҡ та..."

Ауырғазы районының Степановка ауылында “Дуҫлыҡ йәйғоро” милли мәҙәниәттәр фестивален үткәргәндәр. 

"Төрлө милләттән булһаҡ та...""Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."

Был ауыл быйыл “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнаша, сара ошо айҡанлы ойошторолған.

Байрамда халыҡ уйындары уйналған, ауыл хужалығы йәрминкәһе үткәрелгән, милли ризыҡтар, ҡул эштәре оҫталарының эштәренән күргәҙмә ҡуйылған, улар оҫталыҡ һабаҡтары ла биргән. Йыр-моң өлөшөндә инде Ауырғазы ерен төйәк иткән бар милләт вәкилдәренең мәҙәниәте күрһәтелгән.

Матур байрам төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән район халҡының татыулығына сағыу бер дәлил булып тора. “Мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ төрлө булһа ла, беҙ – бер төйәк кешеләре”, – ти ауырғазылар.

Мәғлүмәт, фотолар: Степановка ауылы төркөмө - vk.com/club222820551

"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
"Төрлө милләттән булһаҡ та..."
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас