Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Рәдиф Зариповтың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан: ул Ҡазандан фатир һатып алған. Был хаҡта йырсы үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә.
"Студент йылдарым да Ҡазанда үтте, бында минең туғандарым һәм ижадташ дуҫтарым бик күп. Ҡазанда эш бар, эшләйбеҙ, банкет-туйҙарҙа сығыш яһайбыҙ. Шуға күрә күптән бер фатир кәрәк ине тип уйлай инем, ниһайәт, "Салауат күпере" тораҡ комплексында ике бүлмәле фатир һатып алдым. Штаб-фатир була инде", -тигән йырсы.
Йырсы, ғаиләгеҙ ҙә бергә күсенәме, тигән һорауға: "Был һорауға яуап бирмәһәм, һәйбәтерәк булыр ине", -тип яуап ҡайтарған.
Бынан бер аҙ ваҡыт алда Рәдиф Зариповтың ғаиләһен ҡалдырып, яңы кәләш алыуы тураһында имеш-мимеш булғылаған ине. Ай-һай, был һүҙ дөрөҫкә сығып ҡуймаһын...
Шулай ҙа Башҡортостанда тыуып-үҫкән артистарҙың күбеһе "күрше"ләргә күсеүҙәренә ниндәйҙер сәбәптәр барҙыр? Был хаҡта мәҙәниәт өлкәһе белгестәре лә уйланһа ине... Аҙаҡ башҡорт йырын татарса, татар йыры тип тыңлап ултырырға тура килмәһен тием дә...
Фото һәм сығанаҡ: Гөлназ Хәбибуллина һәм "Интертат"төркөмөнән.