“Ҡәйнәм миңә әсәй кеүек...”

Хәсән Усманов ҡәйнәһен ҡайҙа алып китеп бара?  

“Ҡәйнәм миңә әсәй кеүек...”“Ҡәйнәм миңә әсәй кеүек...”
“Ҡәйнәм миңә әсәй кеүек...”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күптәребеҙҙең яратҡан йырсыһы Хәсән Усманов матур йөкмәткеле видеояҙма менән уртаҡлашты.

Йырсы ғаиләһе менән кәләше Зиләнең тыуған яғына – Бөрйән районына ялған ҡайтҡан.

"Беҙ ифтар үткәрешергә ҡайттыҡ ҡәйнәмә. Хәҙер магазинға барабыҙ. Минең ҡәйнәм әсәй урынына ла, ҡәйнә лә. Әсәй юҡ бит инде. Ҙур рәхмәт уларға", - ти Хәсән. Йырсы ҡәйнәһе Алһыу Рәхимйән ҡыҙынан үҙенең яҙылыусыларына сәләм ебәреүен дә һораны.

Ошолайтып ялдарҙа ҡайтып инер яҡындарығыҙ һау булһын!

Фото: видеонан скриншот.

Видео: vk.com/video/@bashkortostanim

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас