Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә

Бөтә донъя театр көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусыларҙың береһе - Фәймә АҠЪЮЛОВА.

Яратҡан эш күңелгә дәрт бирәЯратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә

Гәзитебеҙ төркөмөндәге "Халыҡ таланттары" конкурсында ҡатнашыусылар менән кисә таныштыра башлағайныҡ. Бөгөн дауам итәбеҙ.

Сираттағы конкурсантыбыҙ - Күгәрсен районының "Наҙлыйылға" халыҡ театры һәм уның режиссеры Фәймә Аҡъюлова менән таныштырабыҙ. 

Күгәрсен район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән театрҙың ярты быуатлыҡ тарихы бар. Актерҙар, режиссерҙар алмашынып торһа ла, тамашасыларҙың һөйөүе һүрелмәй.

Фәймә Миңлейәр ҡыҙы Аҡъюлова артистар менән спектаклдәр генә әҙерләмәй, һәүәҫкәр фильмдар ҙа төшөрә. Туғыҙ йылда һигеҙ тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөп, улар менән төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, диплом, грамоталарға лайыҡ булғандар. 

Режиссерҙың "Наҙлыйылға" халыҡ театрына етәкселек итеүенә - өс йыл. Уға ҡәҙәр башлыса фильмдар төшөрөү менән мауыҡҡан. 10 йыл инде халыҡты ҡыҙыҡлы ижад донъяһына әйҙәй ул. 

2015 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, "Гармунсы дуҫ" фильмын төшөрәләр. Унан Күгәрсен телестудияһы операторы Әсхәт Әлимғолов, ҡораусы Рөстәм Алламоратов менән бергә туғыҙ тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильм ижад итәләр. 2023 йылда "Өстаған " халыҡ киностудияһы исемен алалар. 

"Театрға килгәс, өс спектакль сығарҙым. Эшемде бик яратам. Ярҙам итеүсе дуҫтарыма, үҙешмәкәр артистарыма бик рәхмәтлемен. Һәр проект үҙенсә күп ваҡыт һәм көс талап итә, әммә яратып башҡарылған эш күңелгә ҡәнәғәтлек тойғоһо өҫтәй, дәрт бирә", - ти режиссер.

Яҡындары ла уның үҙе тынғыһыҙ, үҙе ҡыҙыҡлы хеҙмәтен баһалап, аңлап ҡабул итә. "Ғаиләм, тормош иптәшем Айса һәм өс балам мине һәр ваҡыт хуплап, терәк булып тора, матди яҡтан да ярҙам итә", - тип рәхмәтен белдерә уларға Фәймә Миңлейәр ҡыҙы.

2023 йылда "Наҙлыйылға" коллективы Санкт-Петербургта үткәрелгән һәүәҫкәр театрҙар фестивалендә ҡатнашып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтҡан. Әлеге ваҡытта халыҡ театры артистары, Театр көнөнә арнап,  "Люстра" спектакленең премьераһына әҙерләнә.

Конкурс дауам итә, дуҫтар. Ҡатнашыусыларыбыҙ өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! 

Һүрәттәрҙә: Фәймә Аҡъюлова; спектаклдәрҙән, фильм төшөрөүҙән күренештәр.

Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Яратҡан эш күңелгә дәрт бирә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас