"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"

Мөслим Магомаевтың репертуарынан йыр башҡарыуы береһен дә битараф ҡалдырманы – һоҡланып тыңланыҡ.

"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын""Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"

Һәләтле йырсы Илнур Ишембаев көндән-көн танылыу яулай бара. Егеткә тәбиғәт тауыш-моңдо йәлләмәгән, шулай уҡ ул үҙе лә бик тырыш, ныҡыш, үҙ өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләй, ижадын камиллаштыра. Уның менән беҙгә лә яҡындан танышырға, ҡабатланмаҫ моңло йырҙарын тыңларға насип итте. Ә инде Мөслим Магомаевтың репертуарынан “Синяя вечность” йырын башҡарыуы береһен дә битараф ҡалдырманы – һоҡланып тыңланыҡ. Ул хатта йөҙө менән дә ошо легендар артисҡа оҡшап тора, тигән уй үтте баштан. Бирһә һәләтте лә, төҫ-ҡиәфәтте лә бирә икән Хоҙай.

– Кем һин, Илнур?

– Ағиҙел буйында үҫкән малаймын, 1994 йылдың 22 мартында башҡорт халҡының аҫыл улы Миң­леғәле Шайморатов тө­йәк иткән Ҡырмыҫҡалы районы­ның Малай ауылында тыуған­мын. Күмәк балалы ғаиләлә – өс апайым ара­һында тәрбиәләндем.

– Йыр-моң һиңә ҡайҙан килә?

– Әсәйем Фәниә фермала ла, почтальон булып та эшләне, бик матур йырлай. Атайым да моңло, сәнғәткә ғашиҡ кеше ине. Уларҙан киләлер ижадҡа һөйөүем. Ике йә­шем дә тулмаҫ элек атайһыҙ ҡал­дым.

Халыҡ йырҙарын яратам, кү­берәк классик йырҙар тыңлайым. Уҡығанда тик халыҡ ижадына өҫтөнлөк бирҙем. Уҡып бөткәс, күңелем эстрадаға тартылды.

– Ҡасан сәхнәгә сыҡтың?

– VII класта уҡығанда. Тул­ҡын­ланғаным бөгөнгөләй иҫемдә. Ул көндә беҙҙең Малай ауылы­ның мәҙәниәт йортонда концерт ҡуйҙыҡ. Мәҙәниәт йорто директоры Нәзилә Вәхитованың һо­рауы буйынса “Ишкәксе” йырын башҡар­ҙым. Ул, тауышымды маҡ­тап, оҙаҡламай район үҙә­гендә үтәсәк конкурста ҡатна­шырға саҡырҙы. Унда беренсе урынға лайыҡ булып ҡайттым. Шулай итеп, йыр сәнғә­тенә юлым асылды. Шулай уҡ конкурстарға етәкләп тигәндәй йөрөткән Зилә Ҡорманаеваға ла рәхмәт.

Малай мәктәбенең IX класын тамамлағас, йырсы булыу теләге менән Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килдем. 

– Остаздарың кем?

– Йыр, сәнғәт, моң серҙәренә миңә иң беренсе уҡытыусым – Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева юл һал­ды. Армияла Мурманск өлкә­һен­дә Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙ­мәт итеп, тыуған яғыма ҡайт­ҡас, уҡы­уымды дауам иттем. Фәнәүи Сәлиховта, Олег Кил­мөхәмәтовта белем алдым. 2019 йылда уҡыу­ҙы тамамланым. Ми­не “Юлдаш” радиоһына эшкә саҡырҙылар. Әхәт ағай Мор­тазиндың диктор­ҙар мәктәбендә уҡыу бәхете тейҙе. Һуңынан үҙем диктор булып, “Яңылыҡтар” тапшырыуын алып барҙым. Бер йыл эшлә­гәндән һуң, сәхнә яңынан мине үҙенә тартты. “Юлдаш” радио­һын­да диктор булып эшләгән ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университе­тының баш­ҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетын тамамланым. Кем белә, бәлки, был дипломдың да кәрәге тейер.

– Ижади эш барышында нин­дәй хәл-ваҡиға иҫеңдә ҡалған?

– Баймаҡ районының Әбдел­кәрим ауылында концерт барышында мәҙәниәт йортонда бер заман ут һүнде. Аппарат та, микрофон да эшләмәй. Йәнле тауыш менән йырлап, төрлө көләмәстәр һөйләп, уйындар үткәреп, ике сәғәттең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Сәнғәт кешеһе ҡапыл килеп тыуған хәлдәрҙән сыға белергә, юғалып ҡалмаҫҡа тейеш.

– Һеҙҙе алып барыусы – тамада тип тә беләбеҙ...

– Тамадалыҡ – өҫтәмә аҡса табыу сығанағы. Төп эш, әлбиттә, сәхнәлә. Шулай ҙа ошо йүнә­лешкә лә яуаплы ҡарайым. Са­раларҙы китап яҙып, әҙерләнеп үткәрмәйем, ә бөтәһе лә – башымда. Залға барып инеү менән ҡунаҡтарҙың тулҡы­нына ҡушылып, күңелем ҡушҡанса үткәрәм. Ошо йылдарҙа 300-ҙән ашыу туй, 400-ҙән ашыу юбилей үткәрҙем.

– Йырсы егеттең тормош иптәше кем?

– Ҡатыным Илүзә сығышы менән Салауат районының Ҡа­рағол ауылынан. Интернет аша таныштыҡ. Ул тыйнаҡ, аҡыллы, минең терәк-таянысым, дәртлән­дереүсем, илһам сығанағым. Ислам исемле ул үҫтерәбеҙ. Ғөмү­мән, ғаиләлә хеҙмәттәшлек, дуҫ­лыҡ, иғтибарлылыҡ, мөхәббәт бу­лырға тейеш, һәм беҙ ошо мө­хитте һаҡларға, балабыҙға йөрәк йылы­быҙҙы бирергә тырышабыҙ.

Әйткәндәй, халыҡ-ара республика конкурстары лауреаты, "Башҡорт йыры", "Татар йыры", Радик Гәрәев исемендәге йыр конкурстары еңеүсеһе, йырсы, алып барыусы Илнур Ишембаев 22 мартта Өфөлә "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17-се йорт) юбилей концерты менән сығыш яһай. Сағыу тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Фото Илнур Ишембаевтың ғаилә альбомынан алынды.

"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
"Ағиҙел буйында үҫкән малаймын"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас