Лауреаттан – Гран-приға тиклем

Театрҙың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйеф Садиҡ улы Мансуровтың коллективты туплай, күңел төшкәндә илһамландыра, дәртләндерә торған сифаты хеҙмәткәрҙәрен һәр саҡ һоҡландыра.

Лауреаттан – Гран-приға тиклемЛауреаттан – Гран-приға тиклем
Лауреаттан – Гран-приға тиклем

Рәүфә Ғәлиева исемендәге Борай район мәҙәниәт йортоноң татар халыҡ театрына 1957 йылда нигеҙ һалына. “Халыҡ театры” исеме коллективҡа 1967 йылда бирелә. Ошо ваҡыт эсендә театр лауреаттан Гран-приға тиклем емешле ижад юлын үтә һәм “Башҡортостан мәҙәниәте” энциклопедияһына индерелә. Театрҙың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйеф Садиҡ улы Мансуров, коллективтың ижади мөмкинлектәренән сығып, репертуарҙы билдәләй.

Ваҡыт үтеү менән коллектив яңыра бара, йәш таланттар килә. Заман ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, театр тере организм кеүек, тамашасыларынан көс алып йәшәй, аралашыу өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләй.

”Рәйеф Садиҡ улы район мәҙәниәте тормошонда ҙур абруй, хөрмәт яулаған “аҡһаҡал”дарыбыҙҙың береһе, – ти район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре. – Унһыҙ сәхнәбеҙҙе, спектаклдәрҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Коллективты туплай, күңел төшкәндә илһамландыра, дәртләндерә торған сифаты, халыҡ менән аралашыу оҫталығы беҙҙе һәр саҡ һоҡландыра. Форсаттан файҙаланып, остазыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә!”

Репертуар һайлау - үтә яуаплы эш. Талапсан тамашасы күңелен ҡәнәғәтләндерерлек, рухын байытырлыҡ, уйландырырлыҡ сәхнә әҫәрҙәрен ҡуйыу анһат түгел.

Халыҡ театрында утыҙҙан ашыу үҙешмәкәр артист иҫәпләнә. Төп төркөмдән тыш, әҙерлек төркөмө лә бар, ул йыл һайын яңыра, тулылана бара. Ижади коллектив район һәм республика сараларында, тематик кисәләрҙә, конкурстарҙа, тантаналарҙа әүҙем ҡатнаша.

Халыҡ театрының Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” кеүек етди спектакль премьераһынан алып драма, музыкаль комедия жанрҙарына мөрәжәғәт итеүе, тамашасы һөйөүен яулауы яҡшы билдәле. Сәхнә костюмдары, реквизиттар һәр саҡ лайыҡлы кимәлдә.

Халыҡ театры ижады менән тормоштоң ябай төшөнсәләре, йәшәйеш ҡиммәттәре, ихлас хис-тойғолар тураһында уйланырға, моңланырға мәжбүр итә. Күңелдәрҙе бөтәйтеп, рухты байытып ҡайта торған майҙан ул – Борай халыҡ театры сәхнәһе. Килегеҙ, күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Фото:Борай район мәҙәниәт йорто.

 

Лауреаттан – Гран-приға тиклем
Лауреаттан – Гран-приға тиклем
Лауреаттан – Гран-приға тиклем
Лауреаттан – Гран-приға тиклем
Лауреаттан – Гран-приға тиклем
Лауреаттан – Гран-приға тиклем
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас