Бөтөн донъя театр көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусылар араһында Учалы районы вәкиле Ғаяз ИБРАҺИМОВ та бар.
Ғаяз Нияз улы Ибраһимов Учалы районы Ҡорама ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Ҡорама” халыҡ театрына етәкселек итә. Театрҙың 100 йылдан ашыу тарихы бар! Ул үҙешмәкәр түңәрәк булып 1922 йылда уҡ ойошторолған. Шул дәүерҙән алып даими эшләп килә.
2003 йылда коллективҡа “халыҡ театры” исеме бирелгән. Уңыштары күп “ҡорама”ларҙың: республика, төбәк-ара театр фестивалдәрендә ҡатнашып, һәүәҫкәр артистар коллективы үҙенең гел иң яҡшылар рәтендә икәнен иҫбатлап тора.
Халыҡ театры эргәһендә тағы ла ике – Миниатюралар һәм “Аҡбуҙат” өлгөлө балалар театры эшләп килә. “Аҡбуҙат” – ҡала-район фестивалдәренең даими еңеүсеһе һәм лауреаты. Наградалар араһында хатта ЮНЕСКО-ның дипломы ла бар. Сит илдәрҙә үткән театр байрамдарына ла саҡырыу алып тора “аҡбуҙат”тар.
Балалар театрының ҙур уңыштары ла бихисап. Әйтәйек, “Олатайым хикәйәте” спектакле менән ҡатнашып, 2021 йылда Стокгольмда үткән “Аврора” онлайн-фестивалендә, шулай уҡ онлайн ойошторолған “Горизонты” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында I дәрәжә лауреат исемен яулаған, “Премьера-2021” фестиваль-конкурсында Сәрүәр Суринаның “Алтын балта” спектакле менән – II дәрәжә дипломға, ә 2022 йылда Новгород өлкәһендә үткәрелгән “Карусель дружбы” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған.
“Аҡбуҙат” өлгөлө балалар театрының төп төркөмдән башҡа тағы ла ике төркөмө бар: Ҡорама мәктәбе менән берлектәге “Ҡолонсаҡтар” һәм Комсомольск сәнғәт мәктәбе менән берлектәге “Любизар”.
Ябай ауыл театр коллективтарының ҙур уңыштары нигеҙендә, һис шикһеҙ, етәкселәре Ғаяз Нияз улы Ибраһимовтың таланты, үҙ һөнәрен яратыуы, уға мөкиббән бирелгәнлеге һәм коллектив ағзаларының күңеленә ҡуҙ өҫтәй, һәләттәрен аса белеүе ята. Уңыштар теләйбеҙ артабан да!
Ә конкурсыбыҙ дауам итә, дуҫтар. Ҡатнашыусылар өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ!
Фотолар – Ғ. Ибраһимовтан.