“Йәдкәр” режиссерынан да, һәләтле артистарынан да уңған

 Конкурсыбыҙ түрендә - Миәкә башҡорт халыҡ театры.

“Йәдкәр” режиссерынан да, һәләтле артистарынан да уңған“Йәдкәр” режиссерынан да, һәләтле артистарынан да уңған
“Йәдкәр” режиссерынан да, һәләтле артистарынан да уңған

Люциә  Мисбахова етәкселек иткән “Йәдкәр” башҡорт халыҡ театрына  1958 йылда нигеҙ һалына.

1989 йылда уға халыҡ театры исеме бирелә һәм  коллектив әленән-әле ошо маҡтаулы исемде яҡлап, раҫлап тора. Театрҙың үҙешмәкәр артистары төрлө һөнәр кешеләре, уларҙың барыһын да сәхнәгә һөйөү берләштерә.

- Артистар  ваҡытында репетицияға йөрөй, үҙҙәренә бирелгән ролдәрҙе еренә еткереп башҡара. Театр коллективы йәмғиәттә булған проблемаларҙы сағылдырған сәхнә әҫәрҙәренә  өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, 2021 йылда Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар” пьесаһын сәхнәләштерҙе. Был әҫәрҙә автор тормошобоҙҙоң ҡараңғы яҡтарын тетрәндерерлек итеп һүрәтләгән. Тамашасыны уйландыра торған спектакль булды, - тип һөйләне Люциә Минехан ҡыҙы.

Мәҙәниәт өлкәһенә хеҙмәт иткән конкурсантыбыҙ Люциә Мисбахова үҙе лә бөтә күңеле менән сәнғәткә ғашиҡ кеше. Миәкә районының Әнәс ауылы ҡыҙы 2008 - 2012 йылдарҙа Башҡортостандың Сәнғәт техникумында ситтән тороп белем алған. 2021 йылдан  райондың Үҙәк мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Йәдкәр” башҡорт халыҡ театрына режиссер булып урынлаша. Бөгөнгө көндә Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында театр бүлегендә белем алырға ла өлгөрә.

- Уҡыуы ла, актерҙар менән эшләүе лә үҙемә бик оҡшай. Театр – ул минең бала саҡтағы хыялым. Хыялым тормошҡа ашыуы менән бәхетлемен һәм эшемде бик яратып башҡарам, – ти ул.

Театр республикабыҙҙың төрлө райондарында уҙғарылған семинарҙарҙа, фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Миәкә артистарына артабан да сәхнә уңыштары теләйбеҙ.

Фото: Люциә Мисбахова архивынан.

“Йәдкәр” режиссерынан да, һәләтле артистарынан да уңған
“Йәдкәр” режиссерынан да, һәләтле артистарынан да уңған
“Йәдкәр” режиссерынан да, һәләтле артистарынан да уңған
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас