Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотланы.

Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотланы.

“Эшкә юлда Салауат Юлаев паркы янында урынлашҡан иҫке матур йорт янынан үтәм. Был беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ яҙыусы Сергей Аксаковтың йорт-музейы. Бер нисә квартал өҫтәрәк - Коммунистик һәм Гоголь урамдары мөйөшөндә Сергей Довлатов тыуған. Уның янында ғына - Өфөлә тыуған билдәле рәссамдарҙың береһе Михаил Нестеровтың музейы. Бындай урындар тураһында һөйләһәң оҙаҡ, мәшһүр йырсы Федор Шаляпин, балет артисы Рудольф Нуриев та һәм бик күп данлыҡлы оҫталар үҙенең ижади эшмәкәрлеген башҡорт ерендә башлаған бит.

Бөгөн мәҙәниәтте һәм сәнғәтте алға этәреүселәр, беҙҙә һәм балаларыбыҙҙа матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләүселәр, билдәле ваҡиғалар һәм кешеләр тураһында иҫтәлекте һаҡларға ярҙам итеүселәр тураһында һөйләгем килә. Улар музей һәм кино хеҙмәткәрҙәре, театр һәм цирк артистары, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа мәҙәниәтте ойоштороусылар. Бөйөк мәҙәни мираҫты һаҡлаусылар, уны таратыусыларҙың һөнәри байрамын билдәләйбеҙ бөгөн.

Беҙҙең опера һәм балет театры һәм Милли симфоник оркестр яңыраҡ “академик” юғары исеменә лайыҡ булды. Был исем уларҙың ҡаҙанышын һәм Бөтә Рәсәй статусын таныу булып тора. Башҡорт опера һәм балет театры яңы постановкалары менән ҡыуандыра. Ҡурсаҡ театры яңыраҡ ҙур реконструкциянан һуң ишектәрен асты – яңы юғары технологиялы өс ҡатлы сәхнәлә яңы премьералар көтәбеҙ. Шишмә районында быйыл Евразия күсмә цивилизациялар музейын асабыҙ. Майҙа “Туғанлыҡ” милли театрҙар фестивалендә ҡатнаша алабыҙ.

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендә күп саралар һәм федераль форумдар үткәрелә – артистарыбыҙҙың оҫталыҡ мәктәбе һәм юғары кимәле танылған, ҡаҙаныштар балет, вокал, сәнғәт корифейҙары тарафынан быуындарҙан быуындрға еткерелә.

Ҡәҙерле мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡҡа хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр тиҙәр. Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ! Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!" тип яҙҙы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ!
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас