Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә

Эльвира Миңлеғолова “Башҡортостан” гәзитенең Халыҡ-ара театрҙар көнө айҡанлы “Бәйләнештә” төркөмөндә ойошторған “Халыҡ таланттары” конкурсында ҡатнаша.

Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтәТеатр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә

Театр – ул иҫ киткес мөғжизә. Кешеләрҙә көндөрә лә, илата ла, уйландыра ла, күңелдәрҙә яңы кисерештәр, тойғолар уята. Илеш районында инде тиҫтә йылдар район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Сағыл” халыҡ театры тамашасыларҙы ижады менән һөйөндөрөп тора. Театр фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, Ҡазан ҡалаһында уҙған “Иҙел - йорт” төбәк-ара халыҡ театрҙары фестиваль-конкурсында Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһын ҡуйып, III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була.

Әле лә театр әүҙем эшләй, репертуары бик бай. Мөхәмәтша Буранғоловтың “Гөлсәсәк”, Ғәлиәскәр Камалдың “Беренсе театр”, Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”, Гөлшат Зәйнәшеваның “Ғәйфи бабай, өйлән давай”, Айгөл Әхмәтғәлиеваның “Ул бит кисә ине” һәм башҡа әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарғандар.

2022 йылда Илеш районында тыуып үҫкән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Герой юлынан” тип аталған пьеса яҙып, Өфө тамашасыһына тәҡдим иткәндәр. Был спектаклде Муса Гәрәевтең улы Евгений Муса улы һәм иптәше Светлана Тимербай ҡыҙы ҡарап, юғары баһалайҙар.

Халыҡ театры менән берлектә “Алтын асҡыс” өлгөлө балалар театры эшләп килә. “Төп бурысыбыҙ – үҫеп килгән йәш быуынға татар сәнғәтенә мөхәббәт уятыу, милли мәҙәни мираҫыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлау”, – тип уртаҡлашты Эльвира Марсил ҡыҙы.  

“Сағыл” халыҡ һәм “Алтын асҡыс” өлгөлө балалар театрҙарына Эльвира Марсил ҡыҙы Миңлеғолова етәкселек итә. Ул “Ысыҡтар” бейеү коллективында шөғөлләнгән балаларҙы бейеүгә өйрәтә. Үҙ эшенең оҫтаһы булған Эльвира Марсил ҡыҙы фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2022 йылда  Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.

Әйткәндәй, Эльвира Миңлеғолова “Башҡортостан” гәзитенең Халыҡ-ара театрҙар көнө айҡанлы “Бәйләнештә” төркөмөндә ойошторған “Халыҡ таланттары” конкурсында ҡатнаша. Уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Эльвира Миңлеғолованың ғаилә альбомынан.

Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас