Еңеүселәр билдәле!

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә 27 март – Бөтә донъя театр көнө айҡанлы үткәрелгән “Халыҡ таланттары” конкурсы тамам, дуҫтар! Ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәр билдәле!Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!

Унда республикабыҙҙың 27 район-ҡалаһынан илһамланып ижад итеп килгән, тамашасыларҙы театр сәнғәтенә ылыҡтырыуға, мәҙәниәткә ҙур өлөш индергән халыҡ театрҙары ҡатнашты. Коллективтар менән уларҙың етәкселәре аша таныштырып барҙыҡ.

Шулай итеп, һәүәҫкәр театрҙар араһындағы конкурста иң күп тауыш йыйып,

Архангел районынан  Вәлимә Өмөтбаева I урын яуланы!

Ишембай ҡалаһынан Розалия Әхмәтйәнова– II урын,

Бөрйән районынан Шәфҡәт Мәжитов III урын алды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Һөҙөмтәләрҙе ошо һылтанма аша инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65f857112d7b2c50be209342 

Конкурста ҡатнашыусыларға, улар өсөн “көйгән”, дәртләндереп, тауыш биргән һәр төркөмдәшебеҙгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.

Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!

Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас