“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”

Башҡорт эстрадаһындағы сағыу йондоҙҙарҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Искәндәр Ғәзизов менән ҡыҙыҡлы әңгәмә уҡығыҙ: 

“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”

Башҡорт эстрадаһындағы сағыу йондоҙҙарҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Искәндәр Ғәзизов үҙенең тормошон йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

Йырсы булыу фиғеле уның булмышына яҙылған, бала саҡта сәхнәгә, йырға ғашиҡ егет мәктәпте тамамлағас, һис уйлап тормайынса, сәнғәт юлын һайлай һәм яңылышмай. Үҫмер сағында ул Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың концертында беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға. Артабанғы ижад юлында Искәндәр Ғәзизов “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” фестивалдәрендә призлы урындарға лайыҡ була. “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында “Йыл асышы” номинацияһында билдәләнә һәм башҡа бихисап ҡаҙаныштарға өлгәшә. Тынғыһыҙ артистың бөгөнгө тормош һулышы менән яҡындан танышыу маҡсатында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Искәндәр Хәниф улы, яҙҙы ниндәй кәйеф, уй-ниәттәр менән ҡаршы­лайһығыҙ?

– Һәр кешенең яратҡан миҙгеле бар. Мин дүрт миҙгелде лә яратам, әммә айырыуса яҙ күңелемә яҡын, тышта сағыу ҡояш балҡып яна, ул яңы пландар ҡорорға дәртләндерә, көс-ҡеүәт бирә. Аллаға шөкөр, үҙемдең сираттағы шәхсән концертым яҡынлаша – 29 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 19.00 сәғәттә башлана. Әле йүгереп йөрөп ошо сараға әҙерләнәм, йырҙар, костюмдар өҫтөндә эшләйбеҙ.

Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, моңло тауышлы йырсыларыбыҙ Айгөл Һағынбаева, Айгөл Әсәҙуллина, Фәриҙә Ғаззалова сығыш яһаясаҡ. Улар менән беҙ яңы дуэттар әҙерләйбеҙ. Концертта шулай уҡ халыҡ күңеленә ятҡан элекке йырҙар ҙа, хиттар ҙа яңғыраясаҡ. Тамашасылар күңеленә хуш килер, тигән өмөттәмен.

– Ғәҙәттә, сәнғәт кешеләре, йырсылар тыуған көндәрен үҙенсәлекле итеп үткәрергә ярата. Ә һеҙ донъяға ауаз һалған көнөгөҙҙө нисек ҡаршылайһығыҙ?

– Быйыл минең юбилей йылым тип әйтергә мөмкин, 8 августа 40 йәш тула, шуға күрә лә төрлөсә уйланым, юбилей концерты итеп ойошторайыҡмы икән тип тә... Күптәр: “40 йәште үткәреү хупланмай, ярамай”, – тип әйтте. Шуға күрә ябай концерт үткәрергә булдым, ғәмәлдә ул юбилей концерты түгел. Киләсәктә юбилей концерттарында ла осрашырға насип итһен, тип теләйем.

– Һеҙ бер минут та тик тормайһығыҙ, һәр саҡ юлдаһығыҙ...

– Эйе, һуңғы арала филармониябыҙҙа тағы ла ике яңы проект барлыҡҡа килде: береһе – “Мөхәббәт иле”, икенсеһе “Йәшә!” тип атала. Улар – тамашасыларыбыҙға көс-дәрт биреү ниәтенән әҙерләнгән проекттар. Филармониябыҙҙың артистары менән әлеге ваҡытта республикабыҙҙың төрлө ҡала­ларында ошо проекттарға ярашлы концерттар ҡуябыҙ. Шулай уҡ үҙем етәкселек иткән бригада менән гастролдәргә лә сығабыҙ. Дәүләт концерттарында ла ҡатнашам. Эшең булғанға шатланырға кәрәк. Юлдарым, йырҙарым – минең яҙмышым.

– Ғаиләгеҙгә ваҡытығыҙ ҡаламы? Тормош иптәшегеҙ ижадығыҙҙы, эшегеҙҙе аңлап ҡабул итәме?

– “Артистың тормош иптәше булыу ҡыйындыр инде” тип һәр саҡ әйтәләр. Әгәр ҙә бер-берең менән уртаҡ тел табаһың, ҡатының һине аңлай икән, артист булып эшләргә мөмкин, әлбиттә. Был бит эш, шуны ла аңларға кәрәк. Һәр кемдең үҙ һөнәре. Минең һөнәр шулай икән, тимәк, мин гел юлда, сәхнәлә, тамашасылар менән, концерттарҙа сығыш яһайбыҙ. Бер-береңде аңлап йәшәүҙәргә ни етә?! Теләгең булһа, ғаиләгә лә ваҡыт табырға була. Аллаға шөкөр, ғаиләм менән бик бәхетле йәшәйбеҙ. Бырыһы ла яҡшы. Тормош иптәшемә рәхмәтлемен: һәр ваҡыт миңә ярҙам итә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергә хәл итәбеҙ. Ул эшемде аңлай, түҙә, тип әйтергә кәрәк.

– Искәндәр Хәниф улы, һеҙ етәкселек иткән ижади төркөм тураһында ла ишеткебеҙ килә...

– Төркөмдә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Иҫәнсурин, бейеүсе Евгения Цыпина, бик һәләтле музыкант Салауат Хәлилов эшләй. Шулай уҡ яңы йырсы Гөлнур Мансурованы ла төркөмгә алдыҡ, ул Әбйәлил һылыуы. Зилиә Сафиуллина концертыбыҙҙы алып бара. Ошо коллектив менән ҡулға-ҡул тотоноп, үҙебеҙҙең йөрәктән сыҡҡан моңобоҙҙо, дәртебеҙҙе тамашасы­ларыбыҙға бүләк итәбеҙ.

– Гастролдәр ваҡытында мажараларға йыш осрайһығыҙмы?

– Белеүегеҙсә, бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам. Үҙебеҙҙең хеҙмәттәштәр, артистар менән юлға, гастролгә сыҡҡанда ла ҡыҙыҡ табып, көлөшөп алабыҙ, шаярабыҙ. Гастролдәр ҡыҙыҡлы мажараларға бай ул. Һәр ваҡыт үҙеңдең эшеңдән йәм, илһам алып йәшәргә кәрәк. Тормош шундай матур, бер генә тапҡыр йәшәгәнебеҙҙе онотмайыҡ һәм оптимист булайыҡ.

– Тормошта йырлап-бейеп йәшәп кенә булмай. Һеҙҙе лә борсоған мәсьәләләр барҙыр?

– Ысынлап та, сәхнәлә йырлап-бейеп сығыш яһаһаҡ та, тормошта беҙгә, ябай кешеләр булараҡ, төрлө көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә тура килә. Бер нәмә лә еңелдән бирелмәй, алдыңда килеп тыуған һорауҙарға яуап бирергә, эшләргә, маҡсатыңа өлгәшергә кәрәк. Хоҙай Тәғәлә һәр беребеҙгә һынауҙар бирә, шуға күрә уларҙы һәр әҙәм балаһы лайыҡлы үтергә тырышырға тейеш. Мин үҙем Аллаһы Тәғәләгә ышанам. Әлеге ваҡытта изге Ураҙа айы бара, шуға күрә иң мөһиме – һәр кешегә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

– Өлкәнәйә барған һайын тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрәме? 

–  Әлбиттә. Тиҙҙән 40 йәшкә аяҡ баҫам, ысынлап та, тормошҡа икенсерәк ҡарайһың икән. Йәш барған һайын, аҡыл да, тәжрибә лә арта, тип юҡҡа әйтмәгән икән ата-бабабыҙ. Минең дә тормошҡа ҡарашым бөтөнләй үҙгәрҙе. Элек күп нәмәне аңламағанмын икән. Хәҙер һәр ғәмәлгә етди күҙлектән ҡарайһың. Әлеге лә баяғы, мин сәнғәтте һайлағанмын икән, һуңғы тын алышыма тиклем ошо юлдан тайпылмаҫҡа ине, тип уйлайым.

– Репертуар һайлағанда нимәгә иғтибар бирәһегеҙ?

– Иң беренсе һүҙҙәренә, моңона һәм көйөнә ҡарайым. Йырың халыҡтың йөрәгенә ятырға тейеш, тип уйлайым. Хәҙер йырсылар ҙа, йырҙар ҙа күп, шуға ла тамашасыны әсир итерлек репертуар туплау мөһим. Лирик йырсы булараҡ, күңелемә лирик йырҙар, лирик моң яҡын, шуға ла моңло йырҙарҙы башҡарырға тырышам.

– Ә үҙегеҙ ниндәй йырсыларҙы яратып тыңлайһығыҙ?

– Миңә барлыҡ йырсылар ҙа оҡшай, һәр береһенең ижады үҙенсә матур, барыһын да хөрмәт итәм, улар – минең хеҙмәт­тәштәрем, сәхнә дуҫтарым. Анығыраҡ әйткәндә, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Алһыу Бәхтиева, Әлфиә Юлсурина, Айгөл Һағынбаева, Айгөл Әсәҙуллина, Салауат Фәсхетдинов, Рамаҙан Йәнбәков, Ғәли Хәмзин, Фәрүәз Урманшин кеүек йырсы­ларҙың ижады күңелемә үтә яҡын.   

– Сер түгел, башҡорт тамашасыһын концерттарға йыйыуы ауыр. Бының сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?

– Был күренеште нисек аңлатырға ла белмәйем. Заман башҡа – заң башҡа, тип әйтәләр. Топ-артистарыбыҙ шоу-концерттар ҡуя башланы, шуға күрә, бәлки, беҙҙең тамашасы һәр артистан шоу-концерт көтәлер. Әммә халыҡ һине ярата икән, уның күңелен яулағанһың икән, барыбер улар концертыңа киләсәк, тип уйлайым.

– Иң яҡын кешеләрегеҙҙе – атай-әсәйегеҙҙе йыш иҫкә алаһығыҙмы?

– Атайым менән әсәйем иҫемдән сыҡҡаны ла юҡ. Уларға ифрат рәхмәтлемен. Һәр ата-әсә балаһын эшкингән, уңған итеп күрергә теләй, шулай итеп тәрбиәләргә тырыша. Минең ғәзиздәрем дә беҙ кеше булһын тип һәр ваҡыт тырышты, уҡытты. Һәр йырым, сығышым, уңышым уларға мәҙхиә булып яңғыраһын. Әсәйем 37 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләне, шул уҡ ваҡытта беҙҙе лә тәрбиәләне. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек: апайым, ағайым һәм мин.

Халыҡта “артист булыуы рәхәт, йырлап тик йөрөйһөң” тигән фекер бар. Килешәһегеҙме?

– Эйе, ул һүҙҙәрҙе ишеткәнем бар. Улай тип кенә әйтмәйҙәр әле ул. “Һин һаман да эшкә инмәнеңме, артист булып йырлап йөрөйһөңмө?” – тип әйтеүселәр ҙә осрай. Артист булыу еңелдән түгел. Сәхнәләге һәр сығыш – үҙе бер һынау. Йырҙы башҡарыу - бер, ә уны халыҡҡа еткереү, күңеленә ятыуына өлгәшеү – икенсе мөһим бурыс. Ошоларҙы аңлаған кешегә ул – бик ауыр эш, әммә үҙ һөнәреңде яратһаң, бер ниндәй ҙә ауырлыҡҡа ҡарамайынса, һин шул эшеңдән илһам алып, тырышып эшлә­йәсәкһең.

– Уҡыусыларыбыҙға ла әйтер һүҙегеҙ барҙыр...

– Республикала йәшәгән милләттәш­тәремә, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәр­ҙәренә, уҡыусыларына иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Яҙҙың ҡояшлы  көндәре тик изгелектәр килтерһен. Эшебеҙҙән илһам алып, гөрләшеп алға барайыҡ. Халыҡ концерттарыбыҙға йөрөһөн, беҙ тамаша­сыларыбыҙ өсөн эшләйбеҙ, һәр йырыбыҙ һәм бейеүебеҙ – фәҡәт улар өсөн. Әлеге бик матур Ураҙа айы менән тәбрикләйем, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Фото: Искәндәр Ғәзизовтың ғаилә альбомынан.

“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
“Мин бик шуҡ егетмен, гел шаярырға яратам”
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас