Яҙ етте. Шуның менән бергә, баш ҡалабыҙ Өфөлә театрҙар ун көнлөгө лә башланды. Программаға “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйылған спектаклдәр инә.
Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Туймазы театрҙарының әҫәрҙәре баш ҡаланың абруйлы сәхнәләрендә ҡуйыла. Спектаклдәр ике йүнәлештә бара – "Бәләкәй ҡалалар театрҙары" һәм "Театр – балаларға".
Әйткәндәй, быйыл "Кесе Ватан мәҙәниәте" программаһына ярашлы, Башҡортостан театрҙары 10 яңы спектакль әҙерләй.
Фотола: Салауат театры "Ярлыҡау" (М. Кәрим) спектаклен алып килә (фотолар - театр архивынан).