Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет тетарында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ижад кисәһе үтте.
Әминә Шафиҡова күптән түгел үҙенең алтын юбилейын билдәләне. Концертта ул тамашасыларға иҫ киткес талантлы музыкант, тәжрибәле министр, өлгөлө әсәй булыуын күрһәтте.
Ике сәғәт дауамында бөтә зал артистың виртуоз башҡарыуында донъя классик һәм милли музыка шедеврҙарын тыңланы һәм хайран ҡалды. Күптән түгел академия исемен алған Башҡортостан дәүләт оркестры менән Әминә Шафиҡовны айырым ижади мөнәсәбәттәр бәйләй. 2015 йылда “Башҡортостан” дәүләт залында Германияға үҙе һайлап алырға барған яңы "Стейнвей” роялын тәҡдим итә.
Кисә Әминә Шафиҡова баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге республика академия оркестры менән фортепиано һәм оркестр өсөн Ференц Листтың беренсе концертын уйнаған. Пианистка "Испан рапсодияһы"н, Листтың "Венгр рапсодияһы"н, Заһир Исмәғилевтең поэмаһын уйнаған.
Шулай уҡ Әминә Шафиҡова үҙен тәжрибәле концертмейстер булараҡ та күрһәткән, республиканың сәнғәт оҫталары — Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин һәм Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов менән сығыш яһаған.
Концертты ҡыҙы 12 йәшлек Камилә Бакирова алып барған. Кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле булып әсәнең ҡыҙы менән бергә уйнауы булғандыр. Улар Әлфиә Хәбированың башҡорт темаһына арналған фантазияһынан “Ике ҡатын-ҡыҙ образы”н башҡарҙы.
Концерт аҙағында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев Әминә Шафиҡоваға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.
Ҡотлайбыҙ, Әминә Ивний ҡыҙы! Артабан да оло уңыштар юлдаш булһын!
Фото: “Башинформ”.