Апрелдә Татарстандың атҡаҙанған йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинованың гастролдәре Магнитогорск ҡалаһында башланып, артабан республика райондарында дауам итә. Йырсы үҙе хаҡында концертында ла, тамашасыларҙың һорауҙарына ла ихлас яуап бирә. Ә бына улы Нариман тураһында бик һирәк һөйләй. Баҡтиһәң, уның Илһөйә Бәҙретдинва улы булып йөрөгөһө килмәй икән.
Был хаҡта йырсы Зифа Нагаеваның һорауҙарына яуап биргәндә әйткән.
"21 йәш. Айырым йәшәй, айырым фатирҙа. Эшләй, уҡый. Уны социаль селтәргә ҡуйғанды яратмай, бик ҡаты үпкәләй. Бер генә тапҡыр метрола танығандар. "Һин Илһөйә Бәҙретдинованың малайымы?" - тип килгәндәр. Шуға миңә донъя ҡуптарып, өйгә килеп, "Әсәй, тағынҡуйып ҡара мине" тине. Уға оҡшамай.
"Минең Илһөйә Бәҙретдинова малайы булып, кеше булып йөрөгөм килмәй. Мин- Нариман Шиһапов. Әгәр ҙә берәй ҡасан ҙур кеше булып, интервью алһалар, шул ваҡытта, һеҙ әле минең атай менән әсәйҙең кем икәнен белмәйһегеҙ, тип әйтермен, ти", - тип яуап биргән Илһөйә Бәҙретдинова.
Бына бит ниндәй шәп егет үҫә!
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат" төркөмөнән.