Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Апрель 2024, 12:00

Таланттарға бай Табын иле

Утыҙға яҡын бәйгесе ҡатнашҡан конкурстың еңеүселәре асыҡланды.

Таланттарға бай Табын илеТаланттарға бай Табын иле
Таланттарға бай Табын иле
Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт һарайында "Табын иле - илһам иле" тип аталған төбәк-ара әҙәби бәйгенең еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үткәрелде.
Унда табын ырыуҙары берләшмәһе рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев, жюри рәйесе, журналист, яҙыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимов, проект авторы, жюри ағзаһы, шағирә Клара Әғлиуллина, яҡташыбыҙ - яҙыусы, публицист, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәли Килмөхәмәтовтың ҡатыны Сажиҙә Лотфулла ҡыҙы һәм Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарының шиғриәт һөйөүселәре ҡатнашты.

- Был шиғри бәйге тәүге тапҡыр 2018 йылда әҙәбиәтсе, ғалим, профессор Тимерғәли ағай Килмөхәмәтов башланғысында уҙғарылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өс йыл элек мәрхүм булды. Әммә уның булышлығында башланған эш дауам итә һәм быйыл ул икенсе тапҡыр үтә. Ойоштороусылар ҡарары буйынса конкурсҡа ырыуҙашыбыҙ Т.Ә. Килмөхәмәтов исеме бирелде һәм ул ике йылға бер тапҡыр үткәрергә ҡарар ителде.
Киләсәктә уға Учалы районынан да ырыуҙаштарыбыҙ ҡушыласаҡ һәм эштәр төрлө жанрҙарҙа (хикәйәләр, балалар өсөн әкиәттәр, мәҫәлдәр һ.б.) ҡабул ителәсәк. Әҙәбиәт бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр артыуына һәм улар араһында йәштәрҙең дә булыуына ныҡлы ышанабыҙ, - тине Фәнил Шәмсетдин улы.

- Талант - ул юғарынан бирелгән һәләт, тиҙәр, ләкин ул - тырышлыҡ һөҙөмтәһе лә. Шиғриәткә аяҡ баҫҡан һәр ижад кешеһе ныҡышмалы яҙышып, башҡа яҙыусыларҙың ижады менән даими танышып барып, үҙ оҫталығын камиллаштырған осраҡта ғына, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала.
Дөйөм алғанда, бәйгелә ҡатнашысылар темаға ярашлы әҫәрҙәр яҙыуға ирешкән. Ләкин, бер нисә ҡатнашыусынан тыш, күп шиғырҙарҙа ритм, рифмалар аҡһай, образлылыҡ юҡ. Шуға күрә, ошо райондарҙа сәсәнселәр мәктәптәрен булдырырға, ижади түңәрәктәрҙең эшен йәнләндерергә кәрәк, тип уйлайым. Бындай осрашыуҙар артабан да дауам итергә тейеш.
Ғөмүмән, "Табын иле - Илһам иле" бәйгеһе үҙ маҡсатына иреште, беҙгә яңы исемдәр асты, яңы шиғри табыштар менән ҡыуандырҙы. Бәйгелә ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт, - тине Нияз Булатбай улы һәм еңеүселәрҙе бүләкләп үтте.

Шулай итеп, утыҙға яҡын бәйгесе ҡатнашҡан конкурста 1- се урынға Ҡырмыҫҡалы районынан Фәрғәт Ҡотлобаев, 2-се урынға Архангел районынан Альбина Әбсәләмова, 3-сө урынға Ғафури районынан Фәүзиә Ҡотлогилдина һәм Архангел районынан Гөлирә Фәйрузовалар лайыҡ булды. Улар Дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ бәйгелә барлыҡ ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Уларға үҙҙәренең ижад емештәре ингән "Табын иле - Илһам иле" китаптары тапшырылды.

Сарала Ҡырмыҫҡалы районынан шағирә Фирүзә Абдуллина һәм Ғафури районының сәсәниәһе Фәүзиә Ҡотлогилдина Башҡорт Википедияһын популярлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн "Башҡорт википедияһы" миҙалы менән бүләкләнделәр. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Википедия ойошторған бик күп сараларҙа ҡатнашҡаны һәм үҙенең бер шәлкем шиғырҙарын ирекле лицензия менән Викикитапханаға тапшырғаны өсөн бүләкләнһә, Фәүзиә Ғалим ҡыҙы Әйтеш бәйгеһендә ҡатнашҡаны һәм топонимика буйыеса бик күп мәғл-мәт менән уртаҡлашҡаны өсөн был билдәгә лайыҡ булды.
Сараға саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡ Сажиҙә Лотфулла ҡыҙы бәйгенең дауам ителеүенә ихлас ҡыуанысын һәм рәхмәтен белдерҙе. Ул Тимерғәли Килмөхәмәтов тураһында һаҡлаған йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм еңеүселәргә яҡташыбыҙҙың китаптарын тапшырҙы.
- Беҙгә һәүәҫкәр ижадсылар менән эшләүҙе, әҫәрҙәрҙең кимәлен күтәреү өсөн уларҙы тикшереү, шиғри оҫталыҡҡа өйрәтеү өсөн майҙансыҡтар булдырырға кәрәк. Урындарҙа әҙәби берекмәләрҙең осрашыуҙарына әҙәби тәнҡитселәрҙе лә саҡырып, ошо йүнәлештә эш алып барылһа яҡшы булыр ине. Бәйгегә килгәндә уға балаларҙы һәм йәштәрҙе лә йәлеп итһәк, Табын илендә ижад йәшәйәсәк һәм яңы таланттар тыуасаҡ, - тине бәйгене ойоштороуҙа күп көс һалған Клара Әғлиуллина.
Шиғриәт байрамы шиғырҙарһыҙ, йыр-моңһоҙ буламы ни? Ул бәйгелә ҡатнашыусылар Фәрғәт Ҡотлобаев, Гөлирә Фәйрүзова, Альбина Әбсәләмова, Зәлифә Фәйзуллина һәм Ғәлимә Тимерғазиналарҙың шиғри һәм моңло күстәнәстәре менән үрелеп барҙы.
Һәр кем байрамдан ҡанатланып, киләсәктә тағы ла ижад итергә дәрт һәм илһам алып, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты. Ошондай ижади байрамдар йышыраҡ уҙғарылһын, һәләтле кешеләр тағы ла артһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас