Бөтә яңылыҡтар

Талантлылар, әҙәби конкурста ҡатнашығыҙ!

Ижади эштәр ике номинацияла – шиғыр һәм проза – ҡабул ителә. Улар башҡортса йә татарса яҙылған булырға тейеш. 

Талантлылар, әҙәби конкурста ҡатнашығыҙ!
Талантлылар, әҙәби конкурста ҡатнашығыҙ!

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, “Аҡбуҙат” балалар журналы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙған ижадсылар араһында Факиһа Туғыҙбаева исемендәге республика конкурсы иғлан итте. Уның маҡсаты – балалар әҙәбиәтен үҫтереү, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә өлөш индереү, яңы таланттарҙы асыу, балалар өсөн яҙыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, туған телгә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның иҫтәлеген мәңгеләштереү.

Ижади эштәр ике номинацияла – шиғыр һәм проза – ҡабул ителә. Улар башҡортса йә татарса яҙылған булырға тейеш. Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙең мотлаҡ Яҙыусылар союзы ағзаһы булыуы талап ителмәй.

Йәш буйынса, шулай уҡ темалар айҡанлы сикләүҙәр юҡ. Улар бары дәүләтебеҙҙең ҡануниәтен, әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа тейеш. Эштәр 10 апрелдән 10 ноябргә ҡәҙәр ҡабул ителә. Уларҙы "Аҡбуҙат"тың электрон адресына "Балалар әҙәбиәте конкурсына" тип ебәрергә кәрәк: vk.com/journal_akbuzat

Тулы мәғлүмәтте журналдың сайтынан ҡарарға була.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад итергә һәләте, теләге булғандар, матур әҙәби бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Фото: Яҙыусылар союзынан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: