Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Апрель 2024, 07:00

Сәхнәлә бер ир Илһөйә Бәҙретдиноваға мөхәббәтен белдергән

“Мин һиңә ғашиҡ...” - тигән ул. Һәм...

Сәхнәлә бер ир Илһөйә Бәҙретдиноваға мөхәббәтен белдергәнСәхнәлә бер ир Илһөйә Бәҙретдиноваға мөхәббәтен белдергән
Сәхнәлә бер ир Илһөйә Бәҙретдиноваға мөхәббәтен белдергән

Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинованың концерттары Башҡортостанда ла, Татарстанда ла ҙур аншлаг менән үтә. Йырсының үҙенә ғашиҡ фанаттары ла бик күп. Шуларҙың береһе сәхнәгә менеп, йырсыға мөхәббәтен аңлатҡан.

“Мин һине яратам, тип әйтергә сыҡтым. Ҡатынымдан ҡала, әлбиттә. Мин һиңә ғашиҡ: йырыңа, үҙеңә, матурлығыңа, телеңдең оҫталығына, үткерлегеңә”, - тигән ғашиҡ ир.

“Бөгөн һине өсбошмаҡ менән һыйланылар, шиғыр ҙа булды. Рөхсәт итһәң, яратыуымды йыр менән белдерер инем”, - тип йырлап та ебәргән.

Видео һәм сығанаҡ: “Интертат”.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас