Бөгөн Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы (етәксеһе – Миләүшә Ҡаһарманова) “Торатау” конгресс-холында "Башҡорт әҙәбиәтендә һәм фольклорында милли кейем мотивтары" тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Исеменән үк күренеүенсә, сара ошо йомала билдәләнгән Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналды. Һөйләшеү башланғанға тиклем холда "Китап" нәшриәтенең, милли кейем менән шөғөлләнгән кәсепселәрҙең йәнле күргәҙмә-сауҙаһы барҙы.
Милли кейемебеҙ башҡорт әҙәбиәтендә – элекке авторҙарҙың, хәҙергеләрҙең ижадында нисек сағылдырылған? Улар аша халыҡтың, тотош илдең тарихи осорҙары тураһында мәғлүмәт алырға була – ошо хаҡта яҙыусылар, ғалимдар, милли кейемде өйрәнеүсе белгестәр фекер йөрөттө.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың, йәштәргә өндәшеп: "Бер телдән дә телем кәм түгел, тигән кеүек, милли кейемебеҙ ҙә бер халыҡтыҡынан да кәм түгел. 60 йәшемдән һуң мин тулыһынса милли кейемгә күстем. Уңайлы, ипле, матур. Быуаттар һынауын үтеп, хәҙерге көнгә үҙенең камиллығы арҡаһында килеп еткән кейем, биҙәүестәребеҙҙе өләсәйҙәребеҙ һаҡлап алып ҡалған икән, бөгөн улар беҙҙе һаҡлай. Милләт булараҡ та, маңҡортлоҡтан, әҙәпһеҙлектән, глобалләшеү тигән аждаһанан йотолоуҙан, кәмһетелеүҙән яҡлай. Тарих арбаһын туҡтатып булмай. Һәм унда беҙ, башҡорттар, үҙебеҙ булып, үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, үҙ йырҙарыбыҙҙы йырлап, бейеүҙәребеҙҙе бейеп, үҙ кейемдәребеҙҙе кейеп китеп барайыҡ!" – тигәне түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы һәр кемдең күңеленә ауаздаш булып, инеп ултырғандыр.
“Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре берекмәһенең “Рабиға” заманса милли кейем коллекцияһы кисәнең айырым биҙәге булды. Был кейем өлгөләре арҙаҡлы башҡорт ҡыҙы Рабиға Ҡушаева хөрмәтенә аталған.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.