Бөтә яңылыҡтар

Мин үлһәм, анау тау башына күмерһегеҙ...

тигәйне күршеләге сибәр апай. Ә бер көн иртәнсәк бар ауылға тетрәндергес хәбәр таралды: Йәмилә апай аҫылынған! Ул ваҡытта балалығым менән нимә булғанын аңламағанмын, үҙе шулай әйткәнгә үлгән тигән уй башымда нығынып ҡалғайны.

Мин үлһәм, анау тау башына күмерһегеҙ...
Мин үлһәм, анау тау башына күмерһегеҙ...

Беҙҙең күршелә күп балалы ғаилә йәшәй торғайны. Әсәһе бик уҫал, атайҙары, киреһенсә, йомшаҡ, малайҙары тупаҫ, һуғышҡаҡ, гел йоҙроҡтарын төйнәп кенә йөрөгән кеүек хәтерҙә ҡалған. Бына шул тәртипһеҙ малайҙар араһында төҫө-ҡиәфәте менән дә, холҡо менән дә уларҙан ныҡ айырылып торған бер бөртөк Йәмилә исемле ҡыҙ ҙа буй еткерә ине.

Беҙгә, миңә һәм апайыма, ул ваҡытта ете һәм туғыҙ йәштәр тирәһе булғандыр. Үҙебеҙҙән байтаҡҡа өлкән матур аҡ йөҙлө, һары сәсле, зәңгәр күҙле шул апайҙы күрер өсөн генә улар тирәһенә бара инек. Ул да беҙҙе иптәш күреп, үҙ итеп, ихлас йылмайып һөйләшә, өй алдындағы бүрәнәгә ултырып сәстәребеҙҙе үрә, нимәлер һөйләп көлдөрә торғайны, әлбиттә, әсәһе тәҙрәһен асып ҡысҡырып ҡайтарғанға тиклем генә. Өйҙәрендә кеше булмағанда эскә лә саҡырып индерә торғайны. Күмәк булһалар ҙа, өйҙәре һәр саҡ йыйыштырыулы, иҙәндәре һап-һары булып ялтырап ятҡаны хәтерҙә. Йәмилә апайҙың кер йыуғанын ҡарап торорға ярата торғайным: һабынды ныҡ күпертеп, тап-таҙа итеп йыуып, ҡояшҡа сығарып элгәне гел күҙ алдына килә.

Бер йәйҙән һуң ул уҡырға китте, тимәк, туғыҙынсыны тамамлап, ҡалалағы педагогия училищеһына ингән сағы. Оҙон ҡыш буйы күрмәй торған апайыбыҙ яҙғы байрамда ҡайтҡанында тағы ла нығыраҡ матурайған кеүек күренде. Ә йәй ҡайтҡанда ул нимәгәлер борсоулы ҡиәфәттә һымаҡ, элекке кеүек ихлас йылмаймай ине. Каникулға ҡайтып инеү менән уны ҡыш буйы өйөлгән эштәр көтөп торғанлыҡтан, бер аҙна тирәһе баш баҫып донъя таҙаланы, ахыры, урамда күренмәне. Ә бер көн, ғәҙәттәгесә, тәҙрә төбөндә ятҡан бүрәнә өҫтөндә уйнап ултырған беҙҙе үҙе саҡырып индерҙе. Ары-бире нимәлер һөйләшеп ултыра торғас, ул беҙгә, бәләкәй генә бала-сағаға: "Мин үлһәм, анау тауҙың башына күмерһегеҙ, йәме, мин һеҙҙе шунан ҡарап ятырмын", — тип шомландырғыс хәбәр әйтте. Шаяртҡан һымаҡ әйтте ул уны, тик үлем — донъялағы иң ҡурҡыныс нәмә, уның тураһында һөйләү түгел, уйларға ла ҡурҡҡан балалар бындай асыҡтан-асыҡ хәбәрҙе нисек ҡабул иткән тип уйлайһығыҙ? Шунан бирле мин берсә теге тауға, берсә күршеләрҙең өйө яғына шомланып ҡарап йөрөй башланым, апайым, әйҙә, тиһә лә, башҡаса унда барыуҙан ҡырҡа баш тарттым.

Бер көн иртәнсәк бар ауылға тетрәндергес хәбәр таралды: Йәмилә апай аҫылынған! Ул ваҡытта балалығым менән нимә булғанын аңламағанмын, үҙе шулай әйткәнгә үлгән тигән уй башымда нығынып ҡалғайны. Күрше апай булмағас, уларҙың өйө өңрәйеп ултырған ҡарасҡыға әүерелде, һәр хәлдә, мин, бала кеше, ул яҡҡа ҡарарға ла ҡурҡа инем. Хәҙер Йәмилә апай беҙҙе ҡаршы тауҙан күҙәтеп яталыр, тип ул яҡҡа ла башты бормай ғына йөрөлә торғайны.

Үҫкәс кенә ололарҙың һөйләгәненән шуны белдем: Йәмилә апай училищела уҡып йөрөгәнендә бер егеттән ауырға ҡалған икән. Һоратырға килергә лә булғандар, ҡыҙ ҙа ризалығын биргән, тик бына әсәһе... Был хәлде үҙенән көлөү, бөтә ғәм алдында уны оятҡа ҡалдырыу тип ҡабул иткән һәм ҡыҙын тәүҙә ныҡ итеп, сәсенән һөйрәтеп туҡмаған, шунан, ҡайҙа теләйһең — шунда сығып кит, бүтән һинең атаң да, әсәң дә юҡ, тип өйөнән ҡыуған, етмәһә, ир туғандары ла теләһә ниндәй һүҙҙәр менән һүгеп, уға көн күрһәтмәй башлаған, ә атаһы бер ни тип тә яҡлашмаған... Әсәһе ҡыҙы үлгәс ҡайғырмаған да тиҙәр. Ысынмылыр-бушмылыр, "Ярай, бер ҡыҙым үлгәндән балаһыҙ ҡалмам. Тағы туғыҙ әле улар миндә" тигәнен дә ишеткәндәр, имеш. Был ғибрәтле тарихты ишеткәс, хатта, яйлап үҙҙәре үк шундай хәтәр аҙымға этәргәндер, тигән гонаһлы уй ҙа инде башҡа.

Шул ваҡытта әсә кеше берҙән-бер ҡыҙын аҙағынаса тыңлап, аңлап ҡабул итһә, хәл-ваҡиға нисек үҙгәреп китер ине икән, тип йыш уйлайым был фажиғә тураһында. Бөтәһе лә яҡшы булыр ине, моғайын: Йәмилә апай арабыҙҙа матур итеп йәшәп ятыр, уңғанлығы менән башҡаларға өлгө, олоғайған ата-әсәһенә терәк булыр, үҙенең ихлас йылмайыуы менән тирә-яҡты йәмләп йөрөр ине...

Розалина Моратшина фотоһы. 

Ә. Ғиззәтуллина. 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: